+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
28 Июнь , 11:22

Тормоштағы төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итеүсе 20 кәңәш:

11. Үҙеңдең иң төп дошманыңды күргең киләме? Көҙгөгә ҡара. Уны еңә алһаң, башҡалар шунда уҡ юҡҡа сығыр.

Тормоштағы төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итеүсе 20 кәңәш:
Тормоштағы төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итеүсе 20 кәңәш:
 
1. Бер кем дә бер кемде лә ташламай. Бары тик кемдер алға китә. Артта ҡалғаны иһә мине ташланылар тип иҫәпләй.
 
2. Яҡыныңдың теңкәһен ҡоротоу урынына ниндәй ҙә булһа фән өйрән.
 
3. Депрессия кеше үҙе хаҡында уйлаһын өсөн бирелә.
 
4. Кеше үҙе хаҡында бик теләп тә яҡшы һүҙ әйтә алмаһа, башҡаларҙы яманлай башлай.
 
5. Әгәр ҙә үҙегеҙ хаҡында яҡшы фекерҙәһегеҙ икән, тағы ла кемдеңдер һеҙҙең хаҡта яҡшы
 
уйлауы нимәгә кәрәк?
 
6. Нимә теләйһең, шуны эшлә, рөхсәт һорап торма. Юғиһә рөхсәт итмәүҙәре ихтимал.
 
7. Буш кеше менән аралашҡансы, яҡшы китап уҡы.
 
8. Яңғыҙлыҡты тыныс кисерә белеү – рухи өлгөргәнлек билдәһе. Иң бөйөк эштәрҙе беҙ яңғыҙ саҡта тормошҡа ашырабыҙ.
 
9. Уңышҡа илткән юлды белмәйем. Әммә уңышһыҙлыҡҡа илткәнен беләм, ул да булһа – барыһына ла оҡшарға теләү.
 
10. Ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ логикаһы тигән төшөнсә юҡ. Дөрөҫ уйлай белеү йәки белмәү генә бар.
 
11. Үҙеңдең иң төп дошманыңды күргең киләме? Көҙгөгә ҡара. Уны еңә алһаң, башҡалар шунда уҡ юҡҡа сығыр.
 
12. Дуҫтар менән аралашыуы рәхәт, ә дошмандар менән – файҙалы.
 
13. Мөнәсәбәттәрҙе өҙөүҙе йәки эштән китеүҙе бер нәмә генә аҡлай ала – килеп тыуған хәл-ваҡиғаларҙың шәхси үҫешкә амасаулауы.

14. Өлгөрөп етмәгән шәхес йыш ҡына белә, әммә белгәнен башҡарып сыға алмай. Өлгөрөп
 
еткәне белеп кенә ҡалмай, белгәнен тормошҡа ашырып та ҡуя. Шуға ла өлгөрөп етмәгәне тәнҡитләй, өлгөрөп еткәне эшләй.
 
15. Дуҫыңа ла, дошманыңа ла яҡшы яңылыҡтарың ды ғына һөйлә. Дуҫың һөйөнөр, дошманың көйөнөр.
 
16. Бәхет артынан ҡыума, уның урынын тап. Һәм бәхет һиңә үҙе килеп һырыныр. Бәхетеңдең ҡайҙа йәшеренгәнен әйтеп тә бирә алам – ул һинең үҙеңдә. Уға илтер юл – барлыҡ мөмкинлектәреңде тормошҡа ашырыуҙа.
 
17. Бәхет – ул дөрөҫ ойошторолған эш мәкәрлектең “өҫтәмә продукты”.
 
18. Әгәр ҙә кемгәлер нимәлер иҫбатлағың килә икән, һин шул кеше өсөн йәшәйһең. Үҙең өсөн йәшәһәң, кемгәлер ниҙелер иҫбатлауҙың кәрәге лә булмасаҡ.
 
19. Хыялдар – беҙҙәге һәләттәрҙең тауышы ул. Мин бит операла йырларға хыялланмайым. Моңдо тойоу һәләтем дә, тауышым да юҡ. Әгәр ҙә ошо хаҡта хыялланһам, ул хыялымды һәләтем дәртләндереп торор һәм операға эләгергә тырышыр инем. Хыялды нисек тормошҡа ашырырға мөмкин икәнлеге хаҡында туҡтауһыҙ уйларға кәрәк. Бында иң мөһиме – ашыҡмау. Шул саҡта ул тиҙерәк бойомға ашыр. Кеше үҙе хаҡында, хыялымды тормошҡа ашырыу менән генә шөғөлләнәм, ти икән – был бик яҡшы.
 
20. Уңыш ҡаҙан – үпкәләүең бөтөр.
 
Йәсминә САФИНА әҙерләне.
Автор:
Читайте нас: