(Бер ҡатын һөйләгәндәрҙән)
Ҡайһы берәүҙәрҙең юҡ-барҙан хәсрәт уйлап табыуына иҫең китер ул. Бына әле илдә ҡатын-ҡыҙ күбәйеп киткән, ирҙәр сәпсим аҙ ҡалған икән тип зыҡ ҡубалар. Телевизорын асһаң да, шул бер балыҡ башы, гәзитендә лә.
Беҙҙең телгә бер нәмә эләгеү генә көс, булған-булмаған тештәр ҡойолғансы шуны серетәбеҙ бит инде. Шулай бер төркөм бисәләр, ирҙәр юҡ шул, ирҙәр юҡ шул, булған ғыналары ла эсеп ҡырылып бөтөп бара, тип зар илашып ултыра икән. Уларҙы тыңлап ултырған ҡыҙы: “Эй, әсәй, алай ҙа ирҙәр мул саҡта тыуып ҡалынған”, – тип ҡыуанған, имеш.
Кит инде, кит! Шул да булдымы хәсрәт! Нисек инде ирҙәр булмаһын ул! Бар ул, буйтым. Ышанмаһағыҙ, ана, беҙҙең ауылға килегеҙ ҙә ҡарағыҙ. Ике йөҙ өй, бер ҡараһаң, бәләкәс кенә ауыл кеүек, ә шунда нисә ир бар тип беләһегеҙ – дашурта! Типһә тимер өҙөрҙәй, һуҡһа баҡыр иҙерҙәй, биттәре янып, мускулдар уйнап торған йөҙҙән ашыу егет бар. Һәр өй һайын тиерлек ресурс бар. Рәхим итеп, ыструйға теҙеп ҡуйып һайлап кейәүгә сыҡ. Без проблем.
Ана, күрше Мәстүрә әбейҙең генә айыу тотоп менерлек өс малайы бар. Хәтмуллаһы бына-бына илле йәшен билдәләргә тора. Ғапрауының самый егет сағы ғына – яңыраҡ ҡына 47 йәш тулды. Ә унан кесерәге Ғатаға теүәл ҡырҡ биш тулды. Шулар ир булмай шайтаным булһынмы ни тағы? Хут көн һайын кейәүгә сыҡ, етәрлек. Мин үҙемдән сығып әйтәм бына. Ниңә көләһегеҙ ул? Уңмаһаң, унға бар тип боронғолар бер ҙә белмәй әйтмәгән, кейәүгә сығыуҙың бер ҙә көлкөһө юҡ.
Ниңә сыҡмаҫҡа ти, сығам. Алам тиеп арттан көтөүе менән йөрөйҙәр бит. Ирҙәр муйындан ул. Шуға ла мин, мәҫәлән, үҙем һис кенә мах биреп тормайым. Бер көн шулай Ғарифым, икенсе ирем инде, көнө буйы өйҙә ултыраһың, бынау салбар-күлдәктәрҙе генә йыуып ҡуйһың, ҡулың өҙөлмәҫ ине, тигән була. Эй ғәрләндем. Хәҙер, көтөп торһон, мин уға ҡаты-ҡотоһон таҙартыр өсөн барғанмындыр шул. Бына, йоҙроҡто еҫкәһен. Әйберҙәремде йыйып алдым да еппәртеп ҡайттым да киттем. Бында шул бапаҡтан иҙелеп йәшәп ятырға Никулай заманы барҙыр шул.
Шунан, хәҙер ирһеҙ зар-интизар булып ултыра тиһегеҙме? Юҡсы, ҡайтып өлгөрмәнем, иртәгәһенә һоратып та килгәндәр. Барҙымсы. Бармайса, уңмаһаң, унға бар тип бустуйға әйтмәгәндәр. Тик уныһы ла әллә ниндәйерәк әҙәм булып сыҡты. Кешене һанап ҡарау өсөн йылдар ғына түгел, ике-өс көн дә етә. Бер аҙна ғына торһам да, буш ҡул менән ҡайтманым, теп-теүәл туғыҙ айҙан шалҡан кеүек йылҡылдап торған малайым тыуҙы. Ул баланы нисек ҡарамаҡсы булаһың, тиһегеҙме? Һы, атаһы Себерҙә аҡса шапылдата, ә мин унан – алимент. Ай һайын тып итеп ун биш мең килеп кенә тора. Ундай аҡсаны уҡытыусы булып эшләгән әхирәтемдең төшөндә лә күргәне юҡ.
Өсөнсө иремдән, анау салыш күҙ Моҡастан, тамам биҙрәп ҡайтҡас, мәңге ир төҫө күрмәһәм дә ризамын тип уйлағайным, тормош һин уйлағанса ғына булмай икән шул – талағың ташҡан ваҡытта рәхәтләнеп, донъяның аҫтын өҫкә зыр әйләндереп бер әрләр өсөн дә эргәңдә ирең булмағас ней ул, был донъяның ни йәме.
Мир бөтмәһә, ир бөтмәҫ тип дөп-дөрөҫ әйткәндәр. Ҡайтҡаны бирле ишек яңағы тынғаны юҡ. Килә лә етәләр, килә лә етәләр. Бына кисә генә берәү әсәһен эйәртеп килгән ине, ун тауығым, бер әтәсем бар, гөрләтеп йәшәр ҙә китербеҙ, тигән була. Мин уйлармын тигән булып тороп ҡалдым, йолаһы шулай бит. Тота килеп барам тиһәң, көсләшеп сыға тип әйтерҙәр. Уйлайһы-нитәһе лә түгел, барып ҡарайымсы, барамсы! Ошондай сәскә кеүек ваҡытымда өңрәйеп ултырырға ни! Быйыл йәш килеш кенә пенсияға сыҡҡан ти. Тик торғандан аҡса килеп торһон әле. Барамсы, барам! Был донъяла ике йәшәмәйем әле.
Бына шулай, ирҙәр юҡ тигән һүҙ буш хәбәр ул. Ирҙәр буйтым!