+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
3 Июль , 12:00

Шоковая терапия (ауыл мәҙәктәре)

Бер нисә йыл элек булған был хәл. Бер апай Яңы йыл кисәһен үткәрергә ауыл клубында репетиция үткәрә икән.

Шоковая терапия (ауыл мәҙәктәре)
Шоковая терапия (ауыл мәҙәктәре)

Бер нисә йыл элек булған был хәл. Бер апай Яңы йыл кисәһен үткәрергә ауыл клубында репетиция үткәрә икән. 5-6 малай тирләп бешеп байрамға әкиәт персонаждарының текстарын ятлай, ти . Апай костюмдар йәтешләү менән мәшғул булған саҡта, бер малай тәҙрәгә ҡарап:
- О, Витя ағай Яңы йылды ҡаршылай ҙа башлаған, - тип көлгән.
Апай ҡараһа ысынлап та, күршеһе “ауыл күрке” алкаш Витя урамға һыймай йырлай–йырлай, йыр ыңғайына сайҡала-сайҡала, ҡайтып бара икән. Хәҙер тағы төн буйы йоҡо йоҡо булмай инде, стена аша концерт тыңлайбыҙ инде төнө буйы тип әсенеп уйлап торған да башына бер уй килгән. Әмәлгә ҡалғандай, самай Ғазраилдың костюмы өҫтөндә эшләп ултырған сағы тура килеүен әйт әле! Бер минутта капюшонлы ҡара плащты, фосфорлы масканы кейеп, салғыны ҡулға тотоп, сығып та йүгергән беҙҙең шуҡ апай.
Ҡыуып еткән дә тегене, артынан шым ғына бара икән. Витя йырлай ти, ҡулдарын болғай-болғай. Ауылда ике бағана һайын ут яна бит инде хәҙер ауылдарҙа. Лампочка янған бағананы үтеп барғанда күләгә икәү икәнен күргән бит беҙҙең йырсы. Әйләнеп ҡараған икән – салғы тотҡан, күҙҙәре генә ҡурҡыныс итеп янған ҡара шәүлә тора! Аҫтына яйлап ебәрә башлаған беҙҙең бахыр шым ғына һорай ти:
- Ты кто? Смерть??? .
Шомло тынлыҡ....
- Ааа... Понимаю..
Тегенең сайҡалыуы юҡҡа сыҡҡан, йыр туҡталған, аҙымдар йышая төшкән. Бер аҙ барғас, әйләнеп ҡараһа, ҡәһәр һуҡҡан ғазраил да ҡалышмаған бит. Аҫтына шыр ебәргән йырсы үҙенең иң шәп тиҙлеген ҡабыҙып ебәреп, өйөнә тикле һыпырған. Апай ул хәтле “спортсменды” ҡыуып етә алмаған, әлбиттә, боролоп кире клубка киткән.
Күршеһе бер ике көн күренмәгән күҙгә башҡа. Ауырып нитеп ҡуймаһын ҡурҡышынан тип бисәһенеүң ҡылын тартып ҡараһа:
"Бутән эсмәйем, күҙгә газраил күренә башланы, тикмәгә тугел был, пора завязывать" , - тигән беҙҙең бисара.
Шатлығы оҙаҡҡа бармаған шул күрше бисәнең... Клубтағы малайҙар тишкән серҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунан тағы уҙ репертуарына ҡайтҡан беҙҙең Витя...

Иншар Асҡаров.

https://hakmar.ru

Автор:
Читайте нас: