Хәҙер берәҙәк мал хужаларына һалынған штраф 2000 һумдан 4000 һумға, икенсегә эләкһә 5000 һумға тиклем артты. Вазифалы кешеләргә, юридик шәхестәргә иһә 45 000 һумға тиклем аҡсаһын сығарып һалырға тура киләсәк.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, “был бик актуаль мәсьәлә, мал-тыуар үләнде, сәскәләрҙе тапай, автомобилдә йөрөүселәргә һәм йәйәүлеләргә ҡамасаулай, ә халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барыу йыш ҡына һөҙөмтә бирмәй”.
Бер яҡлап ҡарағанда депутаттар хаҡлы, мал көтөүҙә йөрөргә тейеш. Ә мәсьәләгә сафтары йылдан-йыл һирәгәйә барған мал аҫыраусылар күҙлегенән ҡарайыҡ. Әйтәйек, урман зонаһында йәшәгән ауылдар халҡы һыйырын да, быҙауын да үҙаллы сығарып ебәрергә күнеккән. Хәҙер ауыл кешеһе бөтә эшен ташлап, бер һыйырын көнө буйы ҡарауыллап йөрөргә тейеш буламы, тип һорай бер уҡыусыбыҙ. Өҫтәүенә, сосораҡ ауылдаштар һәм ситтән килгән байҙар элекке көтөүлектәр урындарын бүлгеләп алып бөтөп бара.
Мал аҫырап осон-осҡа ялғарға маташҡан ауыл халҡына ни әйтәһең инде. Көтөүселәр табылһын! Йәнә бер теләк: депутаттар кеүек эш хаҡы алыу насип булһын! Ул сағында һыйыр аҫырайым тип этләнергә лә кәрәкмәҫ!
Диана Латипова һүрәте.