*Уйынсыҡ боҙолмаһын, бысрамаһын өсөн уны балаларға бирмәгеҙ.
*Ауыҙҙан һуған еҫе килеп тормаһын өсөн һарымһаҡ ашағыҙ.
*Һыуытҡыс тулы күренһен өсөн эс яҡлап көҙгөләр ҡуйып сығығыҙ.
*Ҡунаҡтарҙың күңелен күрер өсөн көләмәс һөйләгеҙ. Әгәр улар ҡайтырға бер ҙә йыйынмаһа, шул уҡ көләмәсте йәнә бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ.
*Күршеләге фатирҙы осһоҙораҡҡа һатып алыр өсөн улымды һәм ҡыҙымды өйҙә пианинола уйнарға өйрәтә башланым.
*Балаларҙы ауылға йәйге каникулға ебәреүҙең бер һөҙөмтәһе булды: русса өйрәнеп ҡайттылар.
Күҙәтеүҙәрҙән
*Үҙеңдең был донъяла кемгәлер кәрәклегеңде тойоу өсөн ипотеканы йәки кредитты бер тапҡыр бер тапҡыр һуңлап түләү ҙә етә.
*Ғүмер үтә, бер нәмә генә үҙгәрмәй: ҡатынды туйға тиклем аңламай инем, хәҙер ҙә аңламайым.
*Унан яҡшы кеше сыҡты, ә насары эсендә ҡалды.
Билдәле шәхестәр шаяра
*Табиптарҙың хыялы: ярлылар ауырымаһын, байҙар һауыҡмаһын! (Михаил Задорнов).
*Дөрөҫлөк ыштанын кейеп өлгөргәнсе, ялған һүҙ ярты донъяны урап сыға (Уинстон Черчилль).
*Ниндәй партия ойошторһаҡ та КПСС килеп сыға (Виктор Черномырдин).