-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
13 Июль , 16:52

18 миллион... елгә осҡан

Республика халҡы бер тәүлектә ошо сумманы аферистарға биргән.

18 миллион... елгә осҡан
18 миллион... елгә осҡан

Мишкә районынан 53 йәшлек ир, телефондан алтын тауҙар вәғәҙә итеүгә ышанып, банкынан миллион һумдан ашыу кредит ала һәм аферистарға күсерә. Аҡсаны алыу менән тегеләр башҡаса бәйләнешкә сыҡмай.

Ә бына Мәскәүҙә бер ир 60 миллион һум аҡсаһын аферистарға күсергән. Был сумманың күп өлөшөн ул кредитҡа алған. Телефон уғрылары тоҙағына хатта элекке прокурор ҙа эләккән. Ул “Ауди” автомашинаһын һатҡан аҡсаһын, шуға өҫтәп йәнә 20 миллион һумын аферистарға күсергән.

Уғрылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн белгестәр нимәләр кәңәш итә һуң?

Таныш булмаған телефон номерын алмағыҙ. Алаһығыҙ икән, полиция, банк, именлек хеҙмәте, прокуратура... хеҙмәткәре тип үҙҙәрен таныштырыусылар менән дә йәһәтерәк хушлашырға тырышығыҙ. Кәрәк булһағыҙ, һеҙҙе повестка менән саҡыртасаҡтар. Һеҙҙең иҫәптән Украинаға аҡса күсерәләр, терроризмды финанслауҙа ғәйепләнмәҫ өсөн аҡсаны икенсе иҫәпкә күсерегеҙ, тип ҡурҡытыуҙарға ла ышанмағыҙ.

Бөгөнгө көндә һәр кешенең тормошо көҙгөләге кеүек. Теләгән кеше һеҙҙең турала барыһын да белә ала. Аферистар менән һөйләшкәндә быны оноторға ярамай, ти белгестәр.

Фото://avatars.dzeninfra.ru/

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: