Улым, тыңла әле. Мин был һүҙҙәрҙе әйткән мәлдә һин йоҡлайһың. Кескәй ҡулың битеңә терәлгән, бөҙрәләнеп торған аҡһыл сәстәрең дымлы маңлайыңа йәбешкән. Бер нисә минут элек кенә, гәзит уҡып ултырған саҡта мине выждан ғазабы солғап алды. Үҙемде шул тиклем ғәйепле тойоп карауатың янына килдем. Эй, улым, кәйефем булмағас, бөтөн асыуымды һиңә төшөрҙөм шул. Мәктәпкә барырға әҙерләнгән саҡта битеңә таҫтамалды тейҙереп кенә алдың – шуның өсөн әрләнем. Ботинкаларыңды таҙартмаған өсөн дә эләкте. Кейемеңде ташлап ҡуйғас, асыуланып ҡысҡырып ебәрҙем.
Сәй эскәндә лә һиңә бәйләнеп ултырҙым. Сәйеңде түктең. Ҡабаланып ашаның. Терһәктәреңде өҫтәлгә ҡуйҙың. Икмәккә майҙы күп һыланың.
Миңә өйҙән сығырға ваҡыт ине, ә һин уйнарға киттең. Бер аҙ барғас боролдоң да “Һау булып тор, атай!” тип ҡул болғаның. Ә мин ҡаштарымды йыйырҙым да “Бөкөрәймәй генә атла” тип яуапланым.
Кисен барыһы ла яңынан ҡабатланды. Ҡайтып килешләй, тубыҡланып уйнап йөрөүеңде күреп ҡалдым. Иптәштәрең алдында кәмһеттем, һине алдан төшөрөп алып ҡайттым. Кейем ҡыйбат тора – үҙ аҡсаңа һатып алһаң, тәртиплерәк уйнар инең! Уйлап ҡына ҡара, улым, был һүҙҙәрҙе һин атайыңдан ишеттең!
Иҫләйһеңме, һин аҙаҡ мин уҡып ултырған саҡта тартынып ҡына яныма килдең, ҡараштарың ғазаплы ине. Ҡамасаулағанға асыу килеп, гәзит өҫтөнән генә һирпелеп ҡараным. “Һиңә нәмә кәрәк?” –тип тупаҫ ҡына һораным. Һин бер нәмә лә әйтмәнең, йүгереп килеп муйынымдан ҡосаҡланың да үбеп алдың. Кескәй ҡулдарың мине шундай наҙ, мөхәббәт менән ҡосаҡланы, был мөхәббәтте йөрәгеңә Аллаһы Тәғәлә һалған һәм уны хатта минең һалҡын мөнәсәбәтем дә юҡҡа сығара алмаған. Һуңынан һин һикерәндәп баҫҡыс буйлап өҫкә йүгерҙең. Бына шунан һуң, улым, гәзит ҡулымдан төшөп китте һәм күңелемде ҡурҡыу, оялыу хисе биләп алды.
Һәр нәмәгә бәйләнеү, төртөп күрһәтеү ғәҙәте минең менән нәмә эшләне һуң? Ә бит мин һине шул тиклем яратам, тик бары һәр нәмәгә үҙ йәшем бейеклегенән ҡарағанмын, бәләкәй малайҙан шул тиклем күпте талап иткәнмен.
Ә һинең күңелең шундай саф, сәләмәт. Һинең бәләкәй йөрәгең бар ғаләмде яҡтыртҡан ҡояш кеүек. Йоҡлар алдынан үбер өсөн яныма йүгереп килгәндә мин быны асыҡ тойҙом. Улым, шунан башҡаһының бер мәғәнәһе лә юҡ. Ҡараңғыла карауатың эргәһенә килдем дә, оялышымдан һинең алда тубыҡланып торам!
Ғәйебемде бының менән генә аҡлап булмай. Беләм, был һүҙҙәрҙе һин уянғас әйтһәм, аңлап бөтмәҫ инең. Әммә иртәгәнән башлап мин ысын атай буласаҡмын! Һинең менән дуҫлашасаҡмын, ҡайғырған сағыңда ҡайғырырмын, көлгән сағыңда көлөрмөн. Кәйеф булмаған саҡта насар һүҙҙәр әйтмәҫ өсөн телемде тешләрмен. Доға кеүек һәр ваҡыт ҡабатлап торормон: “Ул бит әле малай ғына, бәләкәй малай!”
Һине үҫкән егет итеп тойғанмын шул. Карауатыңда арып, ҡырҡҡа бөкләнеп йоҡлап ятаһың – һинең бөтөнләй бала ғына икәнлегеңде йөрәгем менән аңлайым. Әле кисә генә һин әсәйеңдең ҡулдарынан төшмәй инең, башыңды уның яурындарына һалып йоҡлай инең. Мин һинән артыҡ күпте талап иткәнмен, бик күпте талап иткәнмен.
Фото:https://i.pinimg.com/