- Китсәле, буш хәбәрҙер, ул юл үтерлек түгел бит!
- Башта мин дә ышанмағайным, машинаһын күргәс кенә инандым. Хәйер, машина тиерлеге ҡалмаған бахырҙың. Икенсе көнөндә эвакуаторға тейәп автосервисҡа алып киттеләр. Двигателенән алып, тәгәрмәс дискыларына тиклем ремонт талап ителә икән.
- Түшенә миҙал тағырға кәрәк күршеңдең – йөҙ саҡрымға һуҙылған Аҡъяр –Сибай юлын үтер өсөн ҙур ҡыйыулыҡ һәм һаулыҡ талап ителә. Мин дә бер тапҡыр маташып ҡарағайным да, бер нисә саҡрымдан кире боролдом. Күҙ алдыңа килтер: биш метрға бер соҡор, ун метр һайын аңлайышһыҙ өйөмдәр – һуҡыр сысҡандарҙың тупраҡ йырыу буйынса донъя олимпиадаһы тап ошонда үткән, тиерһең. Рулде ҡулда тотоп барырлыҡ түгел, кемдер яғаңдан тотоп туҡтауһыҙ һелкетә кеүек. Был юлһыҙ юл бомбаға тотмаһалар ҙа, Газа секторын хәтерләтә. Күршеңде йәлләйем, Байден һымаҡ күләгәһе менән күрешеп йөрөмәһә ярар ине хәҙер.
- Аптыраттың, Ҡушғәле! Ишетмәһәң – ишет! Инде юлсыларҙың ошо араны ремонтлап аптыратыуын көтөргә ҡалды, былай бик ныҡ вәғәҙә итәләр һуңғы... биш-алты йыл!
Мәргән Аптыраҡов.