-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
15 Июль , 18:20

Әбей һәм көҙгө. Сәғит Ағиш

Миңә бер әбей үҙ тормошонан, дөрөҫөрәге, үҙенең йәшлегенән ҡыҙыҡ ҡына бер ваҡиға һөйләне. Бәлки, уны ваҡиға тип тә әйтергә ярамайҙыр әле.

 – Мин үҙемдең йөҙөмдө тик егерме йәшемдә генә күрҙем, – тине ул.

Миңә был бик сәйер тойолдо. Күп кенә кешеләрҙән, яҡшы китап уҡығас, театр, кино ҡарағас, «мин бөгөн үҙемде күрҙем» тигәнде ишеткәнем бар. Был әбей менән дә шулай булдымы икән? тип уйлағайным да, улай булып сыҡманы. Сөнки ул театр һәм киноны беренсе тапҡыр ҡырҡ йәшендә генә күргән. Унда ла үҙенә оҡшаған, уның тормош юлын, кисерештәрен һөйләгән әҫәрҙәргә тап булмаған. Ә инде әҙәби әҫәрҙәрҙе бер ҙә уҡымаған. Шуға күрә мин, үҙемдең аптырауыма яуап алыр өсөн, бик ҡыҙыҡһынып: – Нисек ул улай? – тинем... Әбей миңә бөгөнгө кешеләр, бигерәк тә йәштәрҙе һис бер ышандырырлыҡ булмаған ваҡиға һөйләне.  

– Ысын, ысын, – тине, – мин үҙемде тик егерме йәштә күрҙем, ни өсөн тиһәң, беҙҙең өйҙә көҙгө юҡ ине. Көҙгөләре булған кешеләргә, күрәһең, инеп йөрөргә тура килмәгән. Ул ваҡытта карточкаға ла төшөрөүсе юҡ ине. Әле лә күҙ алдымда тора, Әхмәтүәли ҡарттың улы Ғәзизйән Герман һуғышынан карточкаға төшөп хат эсенә һалып ебәргән. Бармаҡ башындай ғына карточка ул, шуны бөтә ауыл буйлап йөрөтөп сыҡтылар. Иҫебеҙ китте, япраҡ ҙурлыҡ ҡына бер ҡағыҙҙа Ғәзизйән баҫып тора. Башында картуз, ләкин төҫө, танауҙары, күҙҙәре, ауыҙҙары тап уныҡы. Был минең беренсе тапҡыр күргән карточкам ине. Ә үҙемде бала саҡта тоноҡ күлдән сағылған шәүләнән генә күргәнем бар ине. Кешеләр ул саҡта, атаһына оҡшаған, ағаһына оҡшаған, тип кенә әйтәләр ине. Ҡыҙ кешегә үҙен ирҙәргә оҡшатып күҙ алдына килтереү мөмкин түгел бит инде. Шул, миңә егерме йәштәр тулған саҡта, кейәүгә сыҡҡас инде, беҙҙең ауылға ҡырҡ тартмасы килде. Шуға беҙ, ун йомортҡа биреп, бәләкәс кенә бер көҙгө һатып алдыҡ. Үҙемдең битемде, сырайымды мин беренсе ҡат шунда күрҙем. Мин:

– Матурмын икән, тип уйланыңмы? – тинем. Әбей көлдө:

– Ул саҡта нимә уйлағанды мин хәҙер ҡайҙан беләйем. Кисә ошо ваҡытта нимә уйлап ултырғанымды ла хәтерләмәйем әле мин, склероз бит миндә, – тине. Әгәр ҙә был әбей «минең хәтеремде эт ашаған бит» тиһә, «хәтер», «уй», «моң», «хис» һымаҡ ҡулға тотоп, күҙ менән күреп, ҡолаҡ менән ишетеп булмай торған төшөнсәләрҙе эттең дә, бесәйҙең дә ашауына аптырамаҫ инем. Сөнки халыҡ телендә йәшәп килгән бер гипербола – арттырыу. Әммә миңә ошо әбейҙең медицина термины менән дөп-дөрөҫ итеп «склероз» тип әйтеп тороуы бик ғәжәп тойолдо. Былтыр Өфөнән бер художник килеп уның портретын яҙып киткән. Шул уҡ портретты телевизорҙан күрһәткәндәр. Әбей ошоларҙың бөтәһен дә үҙе күргән. Тик шуныһы ғәжәп, ул ошоларҙың береһенә лә аптырамай. Киреһенсә, тәнҡит итә.

– Тапҡандар телевизор аша күрһәтер кешене, бөткәнме колхозда бына тигән ударниктар ҙа, бына тигән сибәрҙәр, – ти. Мин әбейгә:

– Ошо һөйләгәндәреңде «Һәнәк»кә яҙайым әле, – тигәйнем.

– Атаҡ, мине «Һәнәк»кә яҙмаһаң, һиңә бюрократ бөткәнме ни, – тине.

Ниңә, ҡыҙыҡ түгелме ни? Был беҙҙә техниканың ғына түгел, кешеләрҙең дә үҫешен күрһәтә торған ҡыҙыҡлы факт бит.

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: