+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
17 Июль , 16:30

Эх, ҡайтырға ине шул йәйгә...

 Тик Марсель ниңәлер бер үҙе түгел ине, ике йәшлек малай менән килгәйне осрашыуға.

Эх, ҡайтырға ине шул йәйгә...
Эх, ҡайтырға ине шул йәйгә...
Һәр кемдең тормошонда булалыр бындай хәл. Яратҡан кешеңдең бер тапҡыр күҙ һирпеп ҡарауы ғына ла йөрәктә әллә күпме хистәр уята шул. Ә Мәҙинәне үҙенә тәү күреүҙән ғашиҡ иттергән егет – студент – әллә күпме кеше араһында ла тиҙ генә күҙгә салына ине. Ә ҡыҙ ул саҡта – юғары уҡыу йорто кафедраһы лаборанты. Марсель иһә һуңғы курста белем ала. Үҙе сибәр, мыҡты кәүҙәле, аҡыллы, етди һәм тырыш күренә. Шуға училищенан һуң университетта эшләп йөрөгән ҡыҙ, егет үҙенән өс йәшкә бәләкәйерәк булһа ла, байтаҡ ҡына һөйөү утында янғандан һуң студент менән яҡынданыраҡ танышырға үҙендә көс тапты һәм, үҙе лә уйламағанда, ҡапыл хатта осрашыуға саҡырҙы.
 
“Марсель, бөгөн кис нимә эшләйһең? Әйҙә берәй ҡайҙа барайыҡ?” – тип өндәште ул.
 
Ә ҡыҙ егеттең иғтибарын етдилеге, курсындағы башҡа ҡыҙҙарға оҡшамауы менән йәлеп итеп өлгөргәйне, шуға улар осраша ла башланы. Ошолай бихисап ваҡыт үтте. Тик, ниңәлер, ике һөйгән йөрәк араһында никах тураһында һүҙ сыҡманы. Был хәлгә Марселдең хатта бер аҙ ҡыуанып та ҡуйыуын һиҙемләгәйне кеүек ҡыҙ, тик артыҡ иғтибар итмәне. Ни тиһәң дә, тәүге һөйөү, тәүге ышаныу...
 
Бер көн Марсель Мәҙинәгә үҙенең тыуған ҡалаһына, апаһы янына ҡайтыуы һәм 30 июлдә Ағиҙел буйында осрашасаҡтары хаҡында әйтте. “Килерһеңме?” – тине ул. “Әлбиттә, килмәйем. Осоп килеп етәсәкмен!” – тип яуапланы ҡыҙ. Ошо яуаптан һуң Марсель Мәҙинәне күтәреп әйләндерә башлағас: “Төшөр, иҫәркәйем, башым әйләнә бит”, – тине Мәҙинә. Эйе, ысын мәғәнәһендә уның күңеле болғанып ала, башы әйләнә ине шул саҡта. Әммә ошо мәлдә уның бар донъяға беренсе мөхәббәте, бәхете хаҡында ҡысҡырғыһы килә ине...
 
Марсель – үҙ яғына, ҡыҙ ҙа тыуған ауылына ҡайтып китте. Ә осрашыу ваҡытын Мәҙинә түҙемһеҙләнеп көттө һәм һуңламай һөйләшкән ваҡытта тәғәйенләнгән урынға килде. Тик Марсель ниңәлер бер үҙе түгел ине, ике йәшлек малай менән килгәйне осрашыуға. “Таныш бул, был – ҡустым, апайымдың малайы. Исеме – Марат”, – тине ул. “Ҡалай һиңә оҡшаған”, – тип йылмайҙы Мәҙинә. “Миңә барыһы ла оҡшаған ул”, – тип шаяртты Марсель. Ағиҙел буйлап оҙаҡ ҡына йөрөгәндә: “Атай, күтәр”, – тине бер мәл бәләкәс. “Ниңә улай тип өндәшә ул?” – тигәс: “Бәләкәс бит, барыһына ла “Атай” ти ҙә ҡуя”, – тип яуапланы. Был һүҙҙәргә ғашиҡ ҡыҙ иғтибар бирмәне. Тағы оҙаҡ ҡына йылға ярҙары буйлап йөрөгәс, йәштәр ике аҙнанан һуң тағы ошонда осрашырға һүҙ ҡуйышты...
 
Был 14 көндө түҙемһеҙләнеп көттө Мәҙинә. Тик күп осраҡта яҡшы нәмә тиҙ тамамланыусан шул. Ул да бар әсе, аяуһыҙ дөрөҫлөктө бер кис белде. Егете менән пляждан ҡайтып барғанда бер кафе эргәһендә бик матур ҡатынды осраттылар. Ул Мәҙинәгә барыһын да асыҡтан-асыҡ, хатта малайҙың ниңә Марселгә оҡшағанлығы хаҡында ла һөйләп бирҙе. Егет кенә бер нәмә өндәшмәй китте лә барҙы. “Зинһар, улымды атайһыҙ ҡалдырма”, – тип үтенде ҡатын. Мәҙинә күҙ йәштәренә мансылып, үҙенең яҡлауһыҙлығына, ышаныусанлығына йәне әрней-әрней, башы һуҡҡан яҡҡа йүгерҙе лә йүгерҙе...
 
Ошо уҡ көндә тиҙ генә әйберҙәрен йыя һалып тыуған ауылына ҡайтты. Бик ауыр кисерҙе был хәлде. Шул көндән алып уның Марселде күргәне юҡ. Ваҡыт барыһын да дауалай, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Тик Мәҙинә үткәндәрҙән арына алмай: “Шул йәйҙә мөхәббәт емешемде лә юғалттым. Ошо июль - август тормошомдағы иң матур ҙа, иң үкенесле лә осор булып хәтер янсығымда ҡалды. Башҡаса Марселде күреү насип итмәне, үҙе лә мине эҙләп килмәне. Был хәлдән һуң бер кемгә лә ғашиҡ була ла, ғаилә ҡора ла алманым. Тик хәтирәләр менән генә йәшәйем...”
Автор:
Читайте нас: