-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
2 Август , 13:34

Һәнәк күҙлегенән

Был донъяла ниҙәр бар?

Һәнәк күҙлегенән
Һәнәк күҙлегенән

Донъяла

Венесуэла ил етәксеһен һайланы. 51 процент тауыш йыйған Николас Мадуро 2031 йылға тиклем йәнә президент вазифаһын башҡара. Илдә бик күптәр һайлау һөҙөмтәләре менән риза түгел, халыҡ урамдарға сыға. Мул нефть ятҡылыҡтары булыуына ҡарамаҫтан, ил иҡтисады мөшкөл хәлдә, 2022 йылда инфляция 200 проценттан ашып киткәйне.

Николас Мадуро – үҙенсәлекле етәксе, ул үҙен тәнҡитләгән Америка миллиардеры Илон Маскты икәүҙән-икәү һуғышырға саҡырҙы, кем хаҡлы икәнлеген ошо юл менән асыҡларға теләй. Президент кешенең йоҙроғо тос булыуы ғына етмәй, ҡайһы бер саҡта башы ла эшләргә тейеш – Мадуроға быны аңлатыусы юҡ, буғай.

 

Рәсәйҙә

Киң билдәле социаль селтәрҙәрҙәргә (“Бәйләнештә”, “Телеграм”) нигеҙ һалыусы Павел Дуровтың әйтеүенсә, уның йөҙҙән ашыу балаһы бар. Баҡһаң, ул үҙҙәре бала таба алмаған ғаиләләргә ярҙам итеү йөҙөнән махсус клиникаларға даими рәүештә “орлоғон” тапшыра.

Миллиардер һәр өлкәлә лә беренсе булырға ниәтләй, буғай. Тик уға Сыңғыҙ ханға етеүе һис тә еңел булмаясаҡ. Ә уның алты йөҙләп балаһы булған, ти тарихи сығанаҡтар.

 

Башҡортостанда

Өфөнөң 450 йыллығына арналған байрам сараларында Юрий Антонов, Олег Газманов, Гарик Сукачев сығыш яһаясаҡ. Юрий Антоновтың килеүе 11 миллион һумға төшә. Ә бына Олег Газмановҡа ни бары 8 миллион 600 мең һум ғына түләйҙәр. Ҡыйырһытҡандар “есаулды”, аҡсаны йәлләгәндәр. Әгәр Олег Газмановтың концерттан һуң сәхнә артында шым ғына илап тороуын күрһәгеҙ – ғәжәпләнмәгеҙ, ғәрлегенән шулай итә ул. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, сәғәт буйы сығыш яһай бит, ә уға ауыҙ асҡан һайын йөҙәр меңләп кенә эләгә!

Бөтә ил, шул иҫәптән Башҡортостан халҡы СВО тиҙерәк тамамланыуын теләй, егеттәргә ярҙамға тинләп аҡса йыя, ә был әртистәргә бер нәмә лә йәл түгел икән. Байрам түгел, хайран был!

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас: