- Доктор, ирем һаташа, төндә һөйләшеп бер була, нишләргә, кәңәш бирегеҙ!
- Көндөҙ һөйләшергә рөхсәт итеп ҡарағыҙ!
- Беҙҙең ауыл егеттәре шул тиклем берҙәм - күрше ауылдыҡылар һуғышырға килһә, берҙәм генә юҡ булалар!
Балконда ике күрше һөйләшә.
- Әйт әле, - бер ҡатҡа аҫтараҡ торғаны. – Түбәндән тәнҡит юғарынан тәнҡиттән айырыламы?
- Миңә төкөрөп ҡара, шунан аңларһың!
Батып барыусыны күреп, яр буйында ултырған балыҡсы һыуға һикерә һәм уны ҡотҡара.
- Рәхмәт! Мәңге бурыслымын һеҙгә! – ти ир кеше, бер аҙ хәл йыйғас.
- Ҡуй әле, - тип ҡул һелтәй ҡотҡарыусы. – Шуныһын әйтегеҙ лутсы: һыуҙа балыҡ күренәме-юҡмы?