Үҙҙәре ярты сәғәт самаһы эҙләп тә таба алмағас, ҡотҡарыусыларҙы саҡыртҡандар. Урынға ҡотҡарыусылары, шул иҫәптән кинологтар ла килгән. Эҙләүгә шулай ауыл халҡы ла йәлеп ителгән. Баланы төнгө сәғәт икелә таба алғандар. Ул күршеләренең хужалыгында йөрөгән. Иҫән-һау. Табибтар ҡарағандан һуң, сабый ата-әсәһенә тапшырылған.
Фото: башинформ