– Бәй, хәҙер телефондар, заманса технологиялар заманы. Умартасыларҙы алдан иҫкәртәләр бит! Һис юғында үлгән ҡорттар өсөн аҡса түләтергә мөмкин.
– Ишғәле, аҡты ҡаранан айыра белмәйһең. Беҙҙә бик ҡеүәтле фермерҙар бар. Биш-алты районда барлығы 200 мең самаһы ере булған, йыл һайын йөҙҙәрсә миллион һум саф табыш алған Ауырғазы районындағы “Урожай” предприятиеһы хаҡында ишеткәнең бармы? Хәҙер уйлап ҡара: ябай ауыл кешеһенә 20–30 бал ҡорто ғаиләһенең тап шундай фермерҙың эшмәкәрлеге арҡаһында һәләк булғанын иҫбат итеүе, уның көслө юристары менән айҡашыуы еңелме?
– Шулайын-шулай. Мин умартасыларҙы борсоған икенсе афәт хаҡында һөйләргә иткәйнем. Яҙ етһә, йылы яҡтарҙан Башҡортостанға бал ҡорто пакеттарын килтереп һата башлайҙар. Айырыуса Үзбәкстандан күп килә бындай фуралар. Был ил бал ҡорто пакеттарын һатыу буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты. Быйыл Рәсәйгә 285 мең дана пакет индереүгә рөхсәт бирелгән. Бынан тыш, законһыҙ килтереп һатылғандары бихисап. Ә лаборатория тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, улар менән бергә һәр төрлө ауырыуҙар тарала, тропилелапсоз тигәненә ҡаршы әле һаман һәйбәт дарыуҙар уйлап сығармағандар. Унан килеп, көньяҡ ҡорттары беҙҙекеләр менән ҡушылып, уларҙы көҙһөҙләндерә, төрлө ауырыуҙарға бирешеүсән итә. Ә Кавказ тарафтарынан килтерелгән ҡорттар йүнләп бал йыймай, әҙерҙе урларға, умарталарға һөжүм итергә оҫтарған. Башҡортостанда власть органдары ошо хәлгә сик ҡуйырға, көньяҡ ҡорттарын индереүҙе ҡаты контролдә тоторға уйлашалар икән.
– Уйлауҙары һәйбәт, һүҙҙә генә ҡалмай, ентекле эшкә тотонһалар тағы ла шәберәк буласаҡ. Данлыҡлы башҡорт балы документаль фильмдарҙа, кешеләр хәтерендә генә ҡалмаһын тим.
Мәргән АПТЫРАҠОВ.