Баҫымға бирелеп, зыян күреүсе ғаилә сейфын аса, унда ата-әсәһенең йылдар буйы тупланған аҡсаһы һаҡлаған була, уларҙы ала һәм енәйәтселәр өйрәтеүе буйынса, төрлө банкоматтар аша күрһәтелгән счеттарға 3 миллион һумдан артыҡ аҡса күсерә. Бер аҙҙҙан мөлкәттең юғалыуын ҡыҙҙың атай-әсәһе асыҡлай. Ҡыҙыҡай уларҙы дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан тәҡдим ителгән кешеләр күрһәтмәһе буйынса күсереүен таный. Яҡындарының мошенниктар ҡулына эләккәнен аңлап, ғаилә кисекмәҫтән полицияға мөрәжәғәт итә.
Фото: https://news.mail.ru/