-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
24 Июнь 2025, 11:26

Ике эштән бер юлы ҡотолған...

Иркутск ҡалаһында маникюр яһатырға килгән ҡатын салонда бала тапҡан. Оҫта уға тырнаҡ та яһаған, һау-сәләмәт ҡыҙ балаға донъяға килергә лә ярҙам иткән.

34 йәшлек йөклө ханымдың сабыйының донъяға килеүе 28 июнгә билдәләгән булған. Бала табыу йортона ул матурланып барырға уйлаған һәм педикюри яһатырға килгән. Эш тамамланыу менән буласаҡ әсәйҙең һыуы китә. Салон хеҙмәткәрҙәре лә юғалып ҡалмаған, тиҙ арала уны персоналдың ял итеү бүлмәһенә оҙата. Сабый ашығыс ярҙам машинаһы килгәнен дә көтмәгән, бик тиҙ – 2 минут эсендә донъяға килгән. Бәпәйҙе ҡатынға педикюр яһаған шул уҡ оҫта ҡабул иткән, әлбиттә, уның быға тиклем медицина буйынса бер ниндәй ҙә тәжрибәһе лә булмаған (үҙе ике тапҡыр әсәй булыуын һанамағанда).

Барыһы ла уңышлы үткән. Маникюр оҫталары хатта сабыйҙың кендеген дә киҫкән һәм әсәй кешене табиптарға тапшырған, бәләкәскә Аня тип исем ҡушҡандар, ул – ғаиләлә өсөнсө бала.

Сығанаҡ: SHOT Telegram-каналы. 

Читайте нас