Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре фатирҙың тәҙрәһе асыҡ булыуын күрә. Уның аша улар бүлмәгә үтеп инә һәм унда пенсионерҙарҙың кәүҙәләрен таба: уларҙы муйынына һәм арҡаһына бысаҡ менән сәнсеп үлтергән булғандар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар өс көн самаһы үле булған. Шулай уҡ пенсионерҙың автомобилен ҡыуып алып киткән булғандар.
Тиҙҙән машина Пермь крайының Көңгөр районында кюветта табылған. Был эш буйынса төп ғәйепләнеүсе булып үлтерелгән парҙың 20 йәшлек ейәне тиелгән. Ике аҙна самаһы эҙләгәндән һуң, егетте Пермдә табалар. Ул енәйәтен таный. Хәҙер уға ҡарата "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: https://dzen.ru/