-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
6 Август 2025, 09:25

Гөлназ Асаеваның командаһына айыу һөжүм иткән, имеш...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Гөлназ Асаева кисә кис тыйылған социаль селтәрҙә ҡот осҡос видео менән уртаҡлашты — пикник ваҡытында уларҙың командаһына айыу һөжүм иткән. Йырсы командаһы менән тәбиғәттә ял итергә уйлауҙары хаҡында һөйләй.

Гөлназ Асаеваға һәм уның командаһына айыу һөжүм иткән, имеш...
Гөлназ Асаеваға һәм уның командаһына айыу һөжүм иткән, имеш...

Бөтә кәрәк-яраҡты йыйып, сығып киттек. Утта йәшелсә һәм ит бешерҙек, гитараға йырҙар йырланыҡ... Шунан һуң уларҙың лагерына табан айыуҙың йүгереп килеүе тураһында видео барлыҡҡа килә. Моғайын, уны тауыш һәм аҙыҡ еҫе йәлеп иткәндер. Кадр артында ҡысҡырыуҙар ишетелә: "Ҡасығыҙ!". Зыян күреүселәр ҙә юҡ түгел. Йырсының киләһе фотоһында ир-ат ашығыс ярҙам машинаһында ултыра уның күлдәге ҡанға батҡан. Ул артистың концерт директоры, шикелле. Әлегә уның менән нимә булғаны билдәһеҙ, йырсы социаль селтәрҙә башҡа бер нәмә лә һалмай. Команда менән ҡайҙа ял итеүе аныҡланмай.

Фото: видеонан скриншот

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас