-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
11 Август 2025, 09:40

Чача эсеп ағыуланған

«Пациенттың хәле бик ауыр. Уның метанол менән ағыуланыуы лабораторияла раҫланды. Тейешле дауа тәғәйенләнде», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Чача эсеп ағыуланған
Чача эсеп ағыуланған

Өфөлә 36 йәшлек ҡатын Сочиҙа һатып алынған чачаны эскәндән һуң күреү һәләтен юғалтҡан. 

Адлерҙың «Базар» баҙарында һатылған чача менән ағыуланыуға метил спирты сәбәпсе булыуы ихтимал, тиҙәр. Тартып алынған алкоголь продукцияһында метанол табылған. Әлеге ваҡытта 10 кешенең чача эсеп вафат булыуы билдәле. Адлер баҙарында өй шарттарында яһалған шарап һәм чача һатҡан ике ҡатын ҡулға алынған.

https://bash.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас