-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
26 Ноябрь 2025, 15:55

Әбейгә ярҙам

Класс етәксеһе Нурзиә Фәритовна ауылдың иң оло кешеһе Мәҙинә әбейгә барып ярҙам итергә ҡушты. Кем баш тартмай, киләһе ялда Өфөгә экскурсияға алып барасаҡтар. Киттек бөтә класс менән, ҡаланы һәр кемдең күрәһе килә.

Әбейгә ярҙам
Әбейгә ярҙам

Барҙыҡ, ярты сәғәт эшләнек тә, ике сәғәт сәй эстек. Әбейҙең бер ҡаҙын, бер айлыҡ аҙыҡ запасын юҡ итеп ҡайттыҡ. Фотоға төшә торғас, телефондар тулды.

- Иртәгә тағы киләйекме? – тип һорайбыҙ хужабикәнән.

- Берәй айҙан, пенсия алғас килерһегеҙ, балаҡайҙар, – ти әбей эркелеп сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп. Әллә күңеле тулды, әллә өйөндә ризыҡ ишараты ҡалмауына бошондо.Беҙҙең ярҙамға бик ҡыуанманы ла, буғай. Аңламаҫһың был ололарҙы. Ярҙам ит шунан һуң уларға!

Артур Василов һүрәте.

Автор: Марат АМИНЕВ
Читайте нас