-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
26 Ноябрь 2025, 11:33

Владимир Зеленскийҙы төрмәгә ултыртҡандар

Ул туғыҙ йылға хөкөм ителгән, 1,5 миллион һум штраф түләйәсәк.

Владимир Зеленскийҙы төрмәгә ултыртҡандар
Владимир Зеленскийҙы төрмәгә ултыртҡандар

Новосибирск ҡалаһында гарнизон хәрби суды ҙур суммала ришүәт алыуҙа ғәйепләнгән Владимир Зеленскийҙы колонияға оҙатҡан. Ғәйепләнеүсе хәрби ҡаласыҡтағы бинаны бер эшҡыуарға һүтеп алырға рөхсәт иткән һәм был изгелеге өсөн миллион ярым һум аҡса талап иткән. Хәрби хеҙмәткәр вазифаһынан да, хәрби дәрәжәһенән дә ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Был хәбәрҙе ишеткәс, Украинала берәүҙәр “Ух!”, икенселәр “Их!”тип ҡуйған, имеш.

Автор: Марат АМИНЕВ
Читайте нас