Ил етәкселеге демографик хәлде иң киҫкен проблемаларҙың береһе тип иҫәпләй. Әгәр хәл бөгөнгөсә дауам итһә, 2100 йылға халыҡтың һаны икеләтә кәмейәсәк, ти белгестәр. Мигранттарға ҙур өмөт бағлайҙар ине, әммә улар бер аҙ ишәйеү менән үҙ тәртиптәрен урынлаштыра башлай, Рәсәй закондарын һанға һуҡмай.
Омск өлкәһендә был проблеманы үҙҙәренсә хәл итергә булғандар. Әгәр 2020 йылда бөтә өлкәгә ни бары алты бала табыу йорто иҫәпләнһә, бөгөнгө көндә... өсәү генә ҡалған. Уларында ла боролор урын да юҡ, ауырлы ҡатындар коридорҙарҙа теҙелешеп ята. Урындағы етәкселәр был аҙымдарын “яңыса эшләү”, “оптималләштереү”, “заманса креатив идеяларҙы тормошҡа ашырыу” менән аңлата. Йәнәһе, дауаханаларҙа бер карауат та буш торорға тейеш түгел. Быға ни әйтәһең? Омск түрәләрен тапҡан саҡта әсәләре уларҙы яңылыш төшөрөп ебәреп, баштары менән ныҡ ҡына бәрелеп, аҡылдарына зәғифлек килгән, күрәһең!
Артур Василов һүрәте.