-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
23 Март , 16:45

Бушлай бонус алырға теләгән

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе 8 йәшлек бер ҡыҙ бала әсәһенең аҡсаһын урлатҡан.

Бушлай бонус алырға теләгән
Бушлай бонус алырға теләгән

Тикшереү фаразы буйынса, билдәһеҙ кеше телефон аша башта бала менән яҙышып китә һәм онлайн-уйында бүләк вәғәҙә итә.

Һуңынан шылтыратып, әсәһенең картаһы мәғлүмәттәрен әйтеп, аҡса күсереүен һорай. Ҡыҙ барыһын да күрһәтмә буйынса эшләй, әммә ҡапыл ҡурҡып, трубканы ташлай.

Иртәгәһенә әсәһе банк иҫәбенән 95 меңдән ашыу аҡса күсерелгәнен һәм тағы 270 меңгә кредит картаһы алынғанын күрә. Ҡатын полицияға ғариза яҙа. Мутлашыусыны эҙләйҙәр.

ИҒТИБАР! Балаларға сит кешеләр менән аралашмаҫҡа, бер ниндәй ҙә кодтарҙы әйтмәҫкә, аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсермәҫкә өйрәтеп ҡуйығыҙ. Иң яҡшыһы - телефонды шунда уҡ һүндерергә, һөйләшеүҙе өҙөргә.

Гөлдәр Бүләкбаева-Бирганова.

https://bashgazet.ru/news/kh-ef-e-lek/2026-03-23/ige-y-shlek-bala-s-ene-a-sa-yn-urlat-an-4623538

Фото: kirov.aif.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://web.max.ru/-69302433554490 ҡушылығыҙ!

Автор:
Читайте нас