Йәш ғаиләгә хәл белергә кейәүҙең әсәһе килеп инә. Ҡайҙа ҡарама – ватылған һауыт-һаба һәм туҙҙырылған кейем-һалым.
– Эй, кейәү, әллә боҙолоштоғоҙмо?
– Юҡ, ҡәйнәм, боҙолошманыҡ, һуғыштыҡ.
Ҡәйнә фатирҙы ҡарап сыҡҡандан һуң йоҡо бүлмәһенә лә күҙ һала:
– Өр-яңы диванды ла емергәнһегеҙ икән.
– Юҡ, ҡәйнәм, емермәнек, дуҫлаштыҡ.
“ҺӘНӘК”