+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
13 Март 2022, 12:00

Көлә алһаң, уҡып ҡара

Ире ҡыштырлап әйберҙәрен төйнәп йөрөй. Ҡатыны өндәшә: – Ҡайҙа йыйынаһың? – Һунарға. – Мылтығыңды онотма. Берәр ҡуян ал, ике кило һарыҡ ите, һөт-ҡаймаҡты ла онотма, бер икмәк.  

Көлә алһаң, уҡып ҡара
Көлә алһаң, уҡып ҡара

Күҙе-башы күгәргән, бите тырналған ир дауаханаға килә.

– Фамилияғыҙ, исемегеҙ?

– Гәрәев Фазыл.

– Өйләнгәнме?

– Юҡ-юҡ, өйләнмәгән, өй башынан ҡолап төштөм.

 

* * *

Ике ҡатын үҙ-ара һөйләшә:

– Һинең уңғанлығыңа таң ҡалам. Нисә кермә, иреңдең күлмәген йыуып, костюм–салбарын таҙартып, үтекләп, иреңде хәстәрләп йөрөйһөң. Был тырышлығыңды баһалаймы һуң?

– Эш баһалау, баһаламауҙа түгел. Минең ирҙе күргән һәр кеше уның хужабикәһе барлығын аңлаһын.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: