-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
22 Март 2022, 17:00

Ишетмәһәң – ишет! Театр һөйөүселәр кинәнә

  Өфөлә Башҡортостан профессиональ театрҙары сәхнәлә көс һынаша. Бының өсөн улар һәр береһе береһенән-береһе яҡшыраҡ спектаклдәр әҙерләгән. Бер аҙна эсендә 12 театр үҙ оҫталығын күрһәтәсәк. Был ваҡиғаны «Һәнәк» журналы ла яҡтыртырға булды һәм үҙенең күстәнәстәрен тәҡдим итә. «Һәнәк»тә ниндәй күстәнәс булһын инде. Шул, баяғы көләмәстәр.

Ишетмәһәң – ишет!  Театр һөйөүселәр кинәнә
Ишетмәһәң – ишет! Театр һөйөүселәр кинәнә

* * *

– Туҡтағыҙ, иҫерек килеш театрға инергә ярамай.

– Нисек ярамай? Ана бер иҫерек стенаға тотоноп инеп бара.

– Ул бит әртис. Уны индермәһәм, урынына кем уйнай?

 

* * *

Ир менән ҡатын театрҙан сығып килә.

– Кейем биреүсе ҡатынға аҡсаны күп һондоң, – тип асыулана ҡатыны.

– Сеү, – тип бышылдай ире тирә-яғына ҡарап, – ул бит миңә курткам урынына тун кейҙереп ебәрҙе.

 

* * *

 

Әртис менән тәнҡитсе әңгәмәләшә.

– Һеҙҙең уйнауығыҙ миңә оҡшай, – ти тәнҡитсе. – Тик сәхнәлә үҙегеҙҙе шымыраҡ һәм иплерәк тотоғоҙ.

– Ә ниңә улай?

– Әйтеүе лә уңайһыҙ, һеҙ дөбөрләп һөрәнләй башлаһағыҙ, тамашасылар уяна ла ҡуя.

 

* * *

Режиссер драматургты әрләй:

– Тамашасы һеҙҙең эшкинмәгән пьесағыҙҙы ҡабул итмәне.

– Буш хәбәр! Быны ҡайҙан ишеттегеҙ?

– Залда ултырған тамашасылар әйтте, – тип ныҡыша режиссер.

– Хаталанаһығыҙ, был һүҙҙе әйтергә залда бер кеше лә юҡ ине.

 

* * *

Йәш драматург пьесаһының премьераһы уңышһыҙ тамамланғандан һуң ҡыуана икән:

– Ярай әле һыҙғырманылар.

– Йоҡлаған кешенең һыҙғырғанын ишеткәнегеҙ бармы? – тип асыулана директор.

* * *

Иғлан: «Балалар театрында әртистәрҙе ҡыҫҡартҡандар. Шул сәбәпле Шалҡанды Сысҡан бер үҙе генә тартып сығарасаҡ».

 

 

Әйткәндәй...

Беҙҙең көләмәстәрҙең Өфө ҡалаһында фестивалдә ҡатнашыусы театрҙарҙың эшенә бер мөнәсәбәте лә юҡ.

 

Батырҡай

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: