+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
13 Апрель 2022, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ХЫЯНАТМЫ?.. УЛ ҺЕҘГӘ БӘХЕТ КИЛТЕРҺЕН Юмористик хикәйә

Хәҙер мөхәббәт эштәре буйынса белгестәр күбәйҙе. Ир ҡосағы күрмәгәндәр ҙә, бисәһен яратмағандар ҙа мөхәббәт тураһында аҡыл һатырға яраталар. Бына, мине генә алығыҙ. Ғүмерҙә кейәүгә сыҡмам, ирле була алмам, тип йөрөй инем, берәү тап булды. Хәтерләмәйем, ҡайҙалыр килеп эләкте инде шунда. Асылда, ҡараһаң, уны осратҡанға тиклем тыныс ҡына йәшәгәнмен икән. Ҡуй инде, тура килһә, тура килә бит. Исмаһам, бер генә ыңғай сифаты ла юҡ. Эсә, тарта, һүгенә, һуңлап ҡайта. Йоҡламай, ә хырылдай. Ғәфү итегеҙ, йыуынмай. Күп ашай, ялҡау. Хатта өҫ-башын да ҡарай белмәй. Еттеме? Ҡыҫҡаһы, ярты йыл  йәшәгәс, үҙемдең күҙәтеүҙәремдән һығымта яһап, икәү-ара ғына кәңәшмә үткәреп алдыҡ.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ХЫЯНАТМЫ?.. УЛ ҺЕҘГӘ БӘХЕТ КИЛТЕРҺЕН Юмористик хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ХЫЯНАТМЫ?.. УЛ ҺЕҘГӘ БӘХЕТ КИЛТЕРҺЕН Юмористик хикәйә

– Йәнем, бәғерем, аҡыллым, үҫкәнем, – тинем мин уға, – мин һиңә Сухомлинский ҙа, Макаренко ла түгел. Йөрәгемде лә бирә алмайым, тәрбиәләргә лә ҡулымдан килмәй. Хәтерләйһеңме, минең йортома килеп ингәндең тәүге кисендә иҙәндә ятҡан үлсәгескә баҫтырып, үлсәп ҡарағайным. Һин 52 килограмм инең. Ярты йыл – 180 көн беҙ  һинең менән. Баҫ әле, үлсәгескә. Күрәһеңме, 82 килограмм. Плюс утыҙ килограмм. Насар йәшәйем, тип әйтә алаһыңмы?

– Юҡ.

– Мин һинең алдыңда бурысымды үтәнем. Һинең 52 килограмдан ярты йылда 30 килограмға һимереүең миңә бик ҡиммәткә төшә. Беренсенән, миңә тулыһынса һинең гардеробыңды алыштырырға тура килде. Һәр бер кейемең 15–20 үлсәмгә артты. Заманса әйтһәк, элек Х булһа, хәҙер һин – ХХL. Әгәр һин былай ашауыңды дауам итһәң, мине банкрот итергә, ә һине асҡа ҡаҡларға тура киләсәк.

Мин һиңә иң отошло юл тәҡдим итәм. Мин һине иң аҡсалы урынға – Себергә ебәрергә булдым. Эйе унда йыраҡ, һыуыҡ, ғаиләң дә бында. Ә бына был малайҙы кем үҫтерергә тейеш? Әлбиттә, һин.

Бер ай тигәндә эшен таптыҡ, йыйыштырып, 3–4 ай эшләгән аҡсамды биреп, үҙен Себергә оҙаттым. Себерҙең аръяғына барып эләккән был. Телефондар насар эшләй, уның ҡарауы, ватсап менән көн һайын контролдә тотам. Ватсап түгел, үәт, шәп нәмә булды был. Үҙенең һөйләүенә ҡарағанда, көнө-төнө эшләй икән. Тик аҡса ебәреүе ҡыйыныраҡ, ти. Бында урлап бөтмәһендәр өсөн үҙем менән тоҡҡа тейәп алып ҡайтырмын, ти. Ватсап тигәндәренең тағы бер  шәп яғы бар, бөтәһен дә күрһәтә. Ҡарай-ҡарай, шундай шикле уйҙар тыуҙы. Ни өсөн минең эргәлә саҡта күлдәген түгел, ҡулъяулығын да үтекләмәгән, салбарын түгел, трусыйын да йыумаған әҙәм экранда ялт итеп ултыра. Һөйләшәбеҙ һәм мин уға ҡараңғыла тороп, артына типкән һымаҡ, шундай һорау бирәм:

– Йә, әле, әйт, ҡәҙерлем, – тинем мин уға, – ҙур начальник һымаҡ ултыраһың. Был күлдәгеңде кем үтекләне? – тим.

Яуап бирә алманы, ыҡ-мыҡ итте, тирә-яғына ҡаранды. Намыҫы бар икән. Ҡыҙарҙы.

– Имтиханды тапшыра алманың, – тинем мин уға, – ышанысты аҡламаның. Ошо көндән минән һәм минең үлсәгесемдән үҙеңде азат тип иҫәплә.

Ҡыуҙым мин уны, ватсап аша дөбөрләтеп, айырып ебәрҙем.

Исмаһам, аҡсам күренә башланы. Юғиһә, элек көн һайын ике тауыҡ, литр ярымлыҡ һыра күренмәй ҙә ҡала торғайны.

Тағы ярты йылдан шылтырата. Һағынған. Ҡыҙын күргеһе килә.

– Ә һин онотманыңмы, һинең ҡыҙ түгел, малай, – тим.

– Бутауым да бар. Асмын, хәтерем насарланды, – ти.

– Хәтереңде яңыртып, күреп китә алаһың, – тинем.

Кисләтеп кенә, берәү килеп инде. Кейем элгестә елберҙәгән плащ һымаҡ, килеп тә инде, тубыҡланды, аҙаҡ тамам һуҙылып ятты. Ярты сәғәттәй ятып, йылынғас, илап ебәрҙе.Шунда ғына үҙемдең элекке  ир икәнлеген таныным. Аҫманым-киҫмәнем, язаламаным, бөтәһен дә үҙе һөйләп бирҙе.

Дөрөҫ тойомлағанмын. Барып кереп, бер аҙна ла үтмәгән, берәүгә йортҡа ингән. Ә тегеһе бында килгәнсе һауынсы булып эшләгәнме колхозда. Һауынсыһы быны көнө-төнө эшләткән, эшләткән дә  һауған. Һауған-һауған да  һөтө бөткәс, ситкә ҡыуған. Хәҙер был һыйыр минең аяҡ аҫтында ята. Ярты көн аша атлап йөрөнөм. Һағынған.

Яңынан бергә йәшәй башланыҡ. Һуң, баяғы, ир бит ул, үҙемдең ир. Ҡосаҡлап үпһәм дә, һуғып йыҡһам да – үҙемдеке. Иң тәүҙә үлсәгескә баҫтырҙым.

– Әллә, – мин әйтәм, – һин концлагерҙа булдыңмы?

Эшкә урынлашты, күндәм генә йөрөй, әҙ-мәҙ эш хаҡы ла ҡайта.

Мин дә үҙемде ҡарайым әле, тинем. Сәсемде  рәтләштереп, ҡаштарымды буятып, ашауҙы ҡыҫып бер аҙ йөрөгәйнем, әхирәттәрем көнләшә, бындағы ирҙәр һүҙ ҡуша башланы. Улар дөрөҫ һиҙгән икән шул.

Ни иларға, ни ҡайғырырға белмәйем. Икәү инек, өсәү булдыҡ, хәҙер дүртәүгә ҡалабыҙ.

Кисен ошо хаҡта иғлан итергә булдым.

– Улым, һеңлекәш һорай инең, һеңлекәшең буласаҡ.

Эй, малай ҡыуана, сәпәкәй итә. ә ир тигәнең өндәшмәй. Әйтерһең, мөнәсәбәте юҡ.

– Ә һин ниңә шымдың? – тинем уға, тауышымды күтәрә төшөп. Нимә ти?

– Мин бындай үҙгәрештәргә әҙер түгелмен, – ти. Ышанмай. – Шик-шөбһә бар, шик белдерергә рөхсәт итегеҙ, – ти. Кейем-һалымын  килтереп, алдына һалдым да:

– Мин ныҡ ҡатын, бер үҙем ҡарармын әле, – тинем.

Был ҡалды, ахыры, тиһәм, иртәнсәк әйберҙәрен төйнәп йөрөй. Ә мин нимә эшләйем? Дөрөҫ әйтәһегеҙ, үлсәгескә күрһәтәм. 65 килограмм.

– Эйе, 80 түгел, ҡалғанын башҡа урында йыйырһың, – тинем. – Онотма. 45 көн йәшәнең, 10 тауыҡ, 5 өйрәк, 3 ҡаҙ, баҙарҙан 15 килограмм ит, утыҙлап йомортҡа... Уларҙы мин ашаманым, һинең алдыңда юҡҡа сыҡты. Минең һымаҡ ашатҡан кеше тап.

Сығып китте лә юғалды.

Бер йылдан ҡайтып керҙе , тупһаны ғына аша атлап үтте лә, тубыҡланды. Биш минут та тора алманы, ҡоланы. Унан алда бәлеш бешергәйнем. Фатирым йылы, бәлеш еҫе сыҡҡан. Ә был ята ауыҙ һыуын ағыҙып. Икенсе көнөнә башын күтәрҙе. Ә мин үлсәгескә ымлайым:

– Йә, әле, – мин әйтәм, – ҡайҙарҙа йөрөнөң, кемдәр ашатты, кемдәр эсерҙе һине?

Бәй, бының эштәре, элеккеһенә ҡарағанда ла, хөртөрәк. 48 килограмм. Мин әйтәм:

– Һиңә бит гуманитар ярҙам кәрәк. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һинең һымаҡтарҙың туҡланыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Бәлки гуманитар ярҙам һорап, мөрәжәғәт итерһең?

– Кәрәкмәй, – тине бахырым, – хәҙер бер ҡайҙа ла сығыу юҡ. Мине ҡыума ла, ҡотортма ла. Ошонда ғына, һинең бешергән тәмле аштарыңды ашап, шым ғына эшләп йөрөйәсәкмен.

 Ана, берәүҙе күрәһегеҙме? Берәүһен күтәргән, икенсеһен санаға ултыртып һөйрәгән минең ир була инде. Шулай, тәки эшкиндереп алдым мин уны.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: