+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
22 Апрель 2022, 16:00

ЕТТЕ! Юмореска

– Етте! – тине ире ҡаты итеп... Ышаныслыраҡ яңғыраһын өсөн өҫтәлгә дыңҡылдатып һуғып ҡуйҙы. Хатта ойоп ятҡан бесәй тертләне. О-о-о, Йәркәйҙе туҡтатырлыҡ түгел ине. Йылдар буйы йыйылып килгән үс, асыу, үпкә һәм башҡалар бер тынала ҡатыны өҫтөнә өйөлдө. Тәк, нимә тине, ниҙән башланы? – Минең һиңә өйләнеүем тәүге көндән үк хата булған, һәм минең тормошомда иң ҙур етешһеҙлегем һәм бәләм һин.

ЕТТЕ!   Юмореска
ЕТТЕ! Юмореска

Әгәр күрше Зөһрәгә өйләнгән булһам, минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине. Ана, ул ире эсеп ҡайтһа ла өндәшмәй. Ә бер көн ҡайтыуына ярты алып ҡуйған. Ә һин, туң йөрәк, эсеү түгел, спирт еҫе сыҡһа ла әрләйһең, ҡаршы әйтһәң, түшемә йәбешәһең. Һинеңсә, өйҙә тәртип һин теләгәнсә булырға тейеш. Бығаса өндәшмәһәм дә, барыһы ла ал да гөл тип уйлама. Мәҫәлән, үткәнендә киске сәй эҫе булды, ауыҙымды бешерә яҙҙым. Һурпаң шәп, ләкин тоҙо етмәй. Ҡоротоң да самалы ғына ине. Бынан һуң тәртип мин теләгәнсә буласаҡ. Ҡасан теләһәм, шунда ҡайтам, нимә теләһәм, шуны эсәм. Миңә ҡаршы ауыҙыңды ғына асып ҡара. Сыҡтым киттем – шул булыр. Шунан ултыр, биш балаң менән минән алимент көтөп. Уныһын да кәпикәләр генә аласаҡһың. Эш хаҡын конвертта түләгән ергә саҡыралар. Тағы ламы? Уф, бутҡаң хаҡында. Мин һиңә ат түгел. Бынан кире һолоңдо үҙең аша. Балаларға кәрәкһең тип, таң менән уятып йүгерергә сығарыуыңды, физик күнекмәләр яһатыуыңды ташла. Йәнәһе, мин һаулығымды хәстәрләргә, оҙаҡ йәшәргә тейеш, имеш. Етте. Бынан кире, етәкселекте үҙем теләгәнсә ҡорасаҡмын. Белеп тор!..

Шул ваҡыт аш бүлмәһенән Йәркәйҙең Сәйҙәһе өндәште.

– Йәнем, Йәркәйем, кем шылтырата ул? Юғиһә, һинең һөйләнеүеңдән өй һелкенеп торған һымаҡ?

– Ю-ю-юҡсы, б-б-берәү ҙә шылтыратмай. Иртәгә кәңәшмәлә миңә отчет тоторға, төп фекерҙәремде алдан ҡабатлап ҡарайым.

– Шулаймы. Ә минең һүрәтем бында ни эшләп тора?

Йәркәй һиҫкәнде:

– Ә-ә-ә, һин булһаң, һис юғы фотоң торһа, эйе, мин үҙемде ышаныслыраҡ тоям.

– Ысынлапмы? – Ҡатын ирен ҡосаҡлап үбеп алды. – Мин һиңә бәләкәйерәген бирәм, һүрәтемде кеҫәңдә генә йөрөт. Һәр ваҡыт эргәңдә булырмын. Шулай бит, бөркөтөм. Йә, иртәнге күнекмәләреңде тамамланыңмы, йыуындыңмы? Һине тәмле  бутҡаң көтә.

 

                                                                        Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: