+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
24 Апрель 2022, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺИН ҠАЙҘА, БӘХЕТЕМ МИНЕҢ? Юмористик хикәйә

Һәр көндәгесә, Рәүис бөгөн дә туҡталышҡа иртәнге  сәғәт 8-гә сығып баҫты.  – Әй, бахыр! Ошо йәшкә етеп, үҙенең дүрт тәгәрмәсе лә юҡ. Оялмайынса бала-саға, әбей-һәбейҙәр менән туҙған, бысранып бөткән, эсенән тажлы зәхмәт һауаһы бөркөлөп торған “маршрутка”ға ултырып китеүен әйт әле. Әҙәм мәсхәрәһе! – тип уйларға ашыҡмағыҙ. Сөнки, уның белеүенсә, бөгөн уңышлы кешеләрҙең үҙ транспорты бар. Улар туҡталышта транспорт көткән кешеләрҙе үҙҙәренең дошманы иҫәпләй, хатта бөжәк урынына һытып китергә әҙер.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҺИН ҠАЙҘА, БӘХЕТЕМ МИНЕҢ?  Юмористик хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺИН ҠАЙҘА, БӘХЕТЕМ МИНЕҢ? Юмористик хикәйә

Ә ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә, был төркөмгә, ысын мәғәнәһендә, үҙен гүзәл зат тип иҫәпләүселәр генә индерелә,  һәм улар был ваҡытта, үҙ транспорттары булыуға ҡарамаҫтан, хатта такси саҡырта алһалар ҙа, хәләл ефеттәре, йәки, үҙегеҙ аңланығыҙ инде, хәләлдән алыҫ торған алмашҡа тотолғандары автомобиль ебәрә алһалар ҙа, төш күрә-күрә йоҡлайҙар.

            Ләкин донъяла һәр кем мөғжизәгә лайыҡлы. Рәүис уның барлығына ышана һәм үҙенең бәхетле сәғәтенең һуҡҡанын көтә. Үҙ транспорты булған ҡатын-ҡыҙ иғтибарына эләгеү ҡурҡынысы уға янамай. Ә әлегә йылы түшәктә йоҡлағандары уға Мадонна һәм Алла Пугачева һымаҡ алыҫ. Кемдеңдер иһә, автотраспорты ватылып, йә дүрт тәгәрмәсенең береһе һытылып, уның юлына сығыуы бик ихтимал. Рәүис иң алда ултыра, уңға-һулға ҡарай һәм ниндәй ҙә булһа  иномарка эргәһендә ҡайҙа барып һуғылырға белмәй бөтөрөнгән ханымды аңдый. Бына хәҙер икенсе йыл инде. Ошо ваҡыт эсендә юл ситендә “аварийка”һын да тоҡандыра белмәйенсә ултырған өс машина тура килде. Беренсеһе – ханым тәгәрмәсте үҙе алыштырып бөттө, икенсеһен оҫтаханаға эвакуатор тейәп алды, өсөнсөһө – танышып, һөйләшеп бөткәс, хәләл ире килеп, двигателен һөрткөләп, ниндәйҙер йылы һүҙҙәр әйткәйне, үҙенән-үҙе ҡабынып китте.

            “Маршрутка” “Төҙөүселәр” туҡталышынан ҡуҙғалып китеүгә, юл ситендә арҡыры ултырған ҡыҙыл “Тойота” һәм уның эргәһендә ап-аҡтан кейенгән ханым күренде. Рәүистең йөрәге дөпөлдәп, салон эсе һелкенеп ҡуйғандай булды, хатта йоҡомһорап килгән водитель, ҡалтыранып, тирә-яғын байҡап ҡуйҙы.

– Туҡта! – тип бойорҙо Рәүис.

– Бында туҡталыш юҡ! – тине водитель, аҫтыртын мәкер менән.

            Ҡомарға бирелгән Рәүис руль аҫтына “йөҙлөк”тө ташланы.

– Тиҙ бул, туҡта!

– Тағы ошоноң хәтле туғыҙҙы һонһаң, биш мең һумлыҡ штрафтың биштән бер өлөшөн ҡаплай алаһың! – тип тиҫкәреләнде водитель.

– Мә!.. “Пип”! – тип Рәүис үҙ телендә һүгенде лә, меңлекте тотторҙо.

– Һеҙгә ярҙам кәрәкме? – тип ашҡынып килеп төштө Рәүис. Автосалонға эмблемаһына  үгеҙ төшөрөлгән транспорт сараһын һайларға килгән бай балаһы һымаҡ, иң тәүҙә водитель ханымды һәм уны мәшәҡәтләгән тәгәрмәстәрҙе ҡараны, икенсе  күҙе менән сығанаҡ бармағындағы йөҙөктөң юҡлығын асыҡланы. 25 йәштәрҙә булыр. Кейәүгә сыҡмаған, йә айырылған, ә инде башҡа барлыҡ мәғлүмәттәр – алдында, теләһәң, тотҡолап ҡарай алаһың.

– Мин һеҙгә ярҙам итә аламмы? – тип уның алдына килеп йығылғандай булды Рәүис.

– Әгәр мөмкин булһа... – тип иламһыраны ханым. – Бер ҙә юҡтан, йүткереп-сөскөрөп килде лә, һүнде лә ҡуйҙы. Һеҙҙең ваҡытығыҙ бармы?

– Ваҡыт юҡ, ләкин һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт – бар.

– О!..

            Рәүис иң тәүҙә капотты асты. Ап-аҡ ҡына сепрәк менән һөрткөләне һәм, иҫенә төшөп, ханымды, һаҡ ҡына, ҙур иғтибар менән автомобилгә ултыртты. Двигателде һелкетеп ҡараны, эстән генә уҡынды, ханым эргәһенә эйелде. “Зинһар өсөн, мөмкин булһа, тоҡандырып ҡарағыҙсы!”

            Ханым бик өмөтһөҙ генә асҡысын бороп ҡараны. О, мөғжизә! Мәңге ватылыу белмәҫ япон автопромы ғорурлығы, бер тибеүҙән, тоҡанып китте. Ҡатын салондан сыҡты.

– Юғиһә, бик мөһим осрашыуға һуңлайым, рәхмәт инде һеҙгә! Хәйерсегә йылмайһаң, ямаулыҡ һорай, тиҙәр, бәлки һеҙ мине “Версаль” сауҙа үҙәгенә илтеп үк ҡуйырһығыҙ?

            Һуңғы һүҙҙәр Рәүистең яҙмышын тулыһынса үҙ ҡарамағына алды. Ул руль артына ултырҙы һәм һаҡ ҡына газға баҫты. Был һиңә олатайыңдан ҡалған “запарик”, йә атайыңдың иҫке “бер тинлеге” түгел. Егетте автомобиль йөрөтөргә өйрәтергә кәрәкмәй. Ун биш минуттан “Тойота” “Версаль” алдында тора ине. Ләкин был ваҡыт Рәүис өсөн Марго ханымдың тормош юлын асыҡларға һәм уның параметрҙарына үҙенекен дә һалырға мөмкинлек бирҙе.

            Хәҙерге заманда кем сәскә ташып, кәнфит-мәҙәр һатып алып мәшәҡәтләнә? Ваҡыттың тығыҙ сағы, әгәр бер-беребеҙҙе беләйек, холоҡтарыбыҙҙы өйрәнәйек, тип йөрөй башлаһаң, ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Марго менән Рәүис бер айҙан ЗАГС-ҡа ғариза бирҙеләр, тағы бер айҙан туй көнөн билдәләнеләр. Марго өсөн туйҙың икенсеме, өсөнсөмө булыуы берәүҙе лә ғәжәпләндермәне. Унға барырмын, уңғансы барырмын, тигән мәҡәл юҡҡа ижад ителмәгән. Өс көнлөк туйҙан һуң бер айлыҡ туй сәфәре йәштәргә бирелгән бүләктең иң бәләкәйе ине. Шунда Рәүис тәүге тапҡыр ҡатынының паспортын күрҙе һәм кәләшенең үҙенән 12 генә йәшкә өлкән икәнлеген асыҡланы. Мөхәббәт йәшкә ҡарамай, тиҙәр. Улар был хаҡта иҫкә лә төшөрмәнеләр.

            Мальдив утрауҙарында ял итеп, ҡап-ҡара булып янып, икеһенең дә ҡайтып төшөүҙәренә, ҡала уртаһында өс бүлмәле фатир һәм ханымдың тәүге никахтарынан малай менән ҡыҙ көтә. Рәүис, ғәфү итегеҙ, Рәүис Мазһар улы хәҙер кәләшенең атаһы хужа булған фирмала топ-менеджерҙарҙың береһе, депутат һәм ҡаланың хөрмәтле кешеһе. Әмәлгә ҡалғандай, иң һуңғы мәлдә генә кейәү балаҡайҙың уҡыу ғынаһы юҡлығы асыҡланды. Һөнәрселек училищеһында алған “тимер иретеп-йәбештереүсе” таныҡлығын ысынға алып булмай бит инде. Башҡа “ҡатырғаһы” юҡлыҡтан, быныһын эшкә индереп, кейәүҙе металл эшкәртеү мәсьәләләре буйынса дипломлы белгес һәм фән кандидаты кимәленә күтәрҙеләр.

            Рәүис халыҡтан айырылманы. Үҙе менән һөнәрселек училищеһында тәмәке тартырға һәм араҡы эсергә өйрәнгән әшнәләрен яҡынайтты. Ул әле лә бик ябай, ихлас һәм ярҙамсыл кешеләрҙән иҫәпләнә. Тыуған мәктәбенә осрашыуға  саҡыралар, училищела уның исемен йөрөткән бүлмә бар, ул – бында йыш ҡунаҡ – үҫеп килеүсе быуынды уңыш серҙәренә өйрәтә һәм бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеү ҙә уның өсөн ят түгел.

            Эйе, етеш йәшәү өсөн кешегә күп кәрәкмәй. Иртәнге етенән тороп, сәғәт һигеҙ тулыр-тулмаҫ “маршрутка”ға эләгеп, үҙеңдең бәхетеңде аңдыу ҙа етә.

… Рәүистең йөрәге дөпөлдәп, салон һелкенде, хатта йоҡомһорап килгән водитель, ҡалтыранып, тирә-яғын байҡап ҡуйҙы.

– Туҡта! – тип бойорҙо Рәүис.

– Никакуй туҡтау! – тип ҡатлап-ҡатлап үҙ телендә һүгенде водитель. – Тәғәйенләнмәгән урында туҡтаған өсөн – 5 мең һум! Бир аҡсаңды, туҡтайым!

– Суҡынып ҡына китһәңсе! – Ниндәй бәхетле тормошто әрәм итте бынау гастарбайтер!

            Эшһеҙ йөрөгән кешелә ҡайҙан булһын 5 мең һум аҡса? “Маршрутка”ға түләргә 30 тәңкәһе булһа, бик хуш!

            Бына шулай Рәүис сираттағы бәхете эргәһенән дә күҙ асып йомғансы үтеп китте.

 

 

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: