+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
28 Апрель 2022, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БЕР КӨСӨК АРҠАҺЫНДА Юмористик хикәйә

Тутыя менән Рәүеф өйләнешергә булдылар. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һәм ярты йыл бер фатирҙа йәшәгәндән һуң. Тутыя күңелле генә итеп туйға әҙерләнә, исемлек барлай, өҫтәлгә ултыртаһы аҙыҡ-түлекте һайлай. Шулай итмәй ни, хәҙерге заманда кеше араһында һыр биреп булмай инде. Ана ауылдағы әхирәте Сажидә нимә генә сығармаған. Яңыраҡ маҡтанып торҙо, импортный блюдоларын вис ашап бөткәндәр. Хатта тәрилкәләре лә ҡалмаған. Бер тапҡыр ғына файҙалана торған булғас, барыһын да алып ҡайтып бөткәндәр. Шул  шылтырата: – Ҡара уны, әхирәт, хәҙер заман ҡатмарлы, ир-аттан көн элгәре  нисек ғаилә ҡоророн, ҡайҙа йәшәрен  һәм башҡаһын һөйләшеп ҡуймаһаң, “беҙ өйләнешер алдынан был хаҡта һөйләшеп килешмәгәйнек”, тип әйтәләр ҙә ҡуялар, ти. Мин, – ти,– тәүге йылда миңә ниндәй машина алып биререн, ниндәй илдән ҡайтҡан тун кейҙеренә тиклем асыҡлап ҡуйҙым, – тигән була.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ      БЕР КӨСӨК АРҠАҺЫНДА      Юмористик хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БЕР КӨСӨК АРҠАҺЫНДА Юмористик хикәйә

            Кисен Тутыя менән Рәүеф саф һауа һуларға сыҡҡайнылар. Тутыяға бер эт оҡшаны ла ҡуйҙы инде. Хәйер, эт тип әйтһәң, хәтере ҡалыр, усҡа ғына һыймалы нәмә, үҙ баһаһын белеп, хужабикәһенең ҡуйынынан эргәһендә үткән кешеләргә күҙ һалып бара. Хатта Тутыя һоҡланыуынан, баҫҡан урынында ҡатты ла ҡалды.

– Нимә булды? – тип уға боролдо Рәүефе.

– Бәй, күрмәйһеңме ни? – тине ул, асҡан ауыҙын да ябырға онотоп, теге ҡатын яғына күрһәтте.

Рәүеф тә туҡтаны ла ҡатып ҡалды:

– Ҡара әле, ҡайһылай матур итеп уйнайҙар!

– Кемде әйтәһең? Кемдәр уйнай? – тип аптыранды кәләше.

– Бынауы балаларҙы әйтәм. Ҡайһылай күңелле итеп йөрөйҙәр, үҙҙәре матурҙар .

– Юҡ та, мин балаларҙы әйтмәйем.

– Ә кемде әйтәһең һуң?

– Ана, апайҙың ҡуйынындағы этте әйтәм.

            Рәүеф ара-тирә ҡаранды, ул арала булмай, эт ҡосаҡлаған апай халыҡ араһына инеп юғалды. Шул ваҡыт Тутыя эстән генә былай тине: “Юҡ, былай булмай, барыһын да һөйләшеп ҡуйырға кәрәк. Мин, эт алайыҡ, тиһәм, ул беҙгә бесәй кәрәк, тип торһа, нимә эшләрмен? Тағы бесәй ҡосаҡлап йоҡларғамы? Эт булһын! Бәләкәй генә, ап-аҡ ҡына, ҡуйында ғына йөрөтөрлөк эт! Уның ни импортныйы ҡиммәт, тиҙәр. Бер этлек кенә аҡса табырҙар әле”.

Кисен йоҡлар алдынан шул хаҡта етди генә һөйләшеү булды. Үлә-бата тигәндәй, ҡунаҡтарҙың исемлеген, туй үткәрәһе ресторанды, өҫтәлгә ултыртаһы ризыҡтарҙы барлап сыҡтылар. Түҙҙе Тутыя. Исемлек йөҙҙән – иллегә, өҫтәлдәге ризыҡтар бишәүҙән өсәүгә ҡалды.

Туй – бер көнлөк байрам – үтә лә китә, киләсәк тураһында уйларға кәрәк. Ә киләсәген Тутыя өс бүлмәле фатирҙа, баяғы, эттә һәм башҡа бай тормош атрибуттарында күрә. Мәҫәлән, тун.

            Ләкин Рәүеф һүҙҙе гардеробтан түгел, ғаилә ҡорғас, үҫтерәһе балаларҙан башланы:

– Һин дә, мин дә ҡартайып барабыҙ, ҡәҙерлем, – тине ул, – тәүге йылда уҡ беҙгә бер малай, ике йылдан бер ҡыҙ кәрәк булмағайы. Әгәр донъялар көйлө генә барһа, өсөнсөһө өҫтөндә эшләүҙән дә баш тартмаҫҡа иҫәбем бар.

Бындай пландар хаҡында ишеткәс, Тутыяның тыны ҡыҫылып ҡуйҙы. Был нәмә уны тамам өйгә бала ҡараусы итеп ултыртып ҡуйырға самалай түгелме һуң?

– Ә миңә ярҙамсы, бынан тыш, бала ҡараусы буласаҡмы? – тине ул кейәүенә туп-тура ҡарап.

– Балалар баҡсаһында нисә балаға тәрбиәсе һәм няня ҡаралған?

– Утыҙ балаға, – тип белгәнен әйтте Тутыя.

– Мин – риза. Өсәү түгел, утыҙ булһа, ярҙамсыһы ла, бала ҡараусыһы ла, хатта автобусы ла буласаҡ.

– Миңә эт алырға рөхсәт итерһеңме икән? – тине Тутыя, мөлдөрәп.

– Ниндәй эт?

– Һуң, урамда күргәнең бар ҙа инде, бәләкәй генә эт, усҡа ғына һыймалы, ҡуйында йөрөтөрлөк.

– Мин һине аңламайым, – тине Рәүеф. Өс бала булғас, беҙгә тағы эт нимәгә?

            Әлегә киләсәк тураһында һөйләшеүҙе ҡалдырып торорға булдылар.

            Тәүге тапҡыр айырым йоҡланылар.

Икенсе көнөнә Тутыя, асыулана-асыулана, кейәүенә СМС-ка яҙҙы: “Һинең тарафтан миңә ҡарата әйтелгән тәҡдимдәр ҡабул  итмәҫлек булыу сәбәпле, кейәүгә сығыу тураһындағы тәҡдимеңдән баш тартып торорға мәжбүрмен”, тип яҙылғайны унда. Ярты сәғәт тә үтмәне, яуап килде: “Үҙегеҙҙе минең тәҡдимдәремдән азат, тип иҫәпләй алаһығыҙ. Усҡа ғына һыймалы эт мәсьәләһен үҙегеҙ хәл итегеҙ”.

Ғаилә, барлыҡҡа килеп тә өлгөрмәй, юҡҡа сыҡты.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: