+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
1 Июнь 2022, 16:00

АҠСАҒЫҘ ЮҒАЛМАЙМЫ?

Юмореска Төшкө ашҡа китеп бара инек, Радик исемле иптәшебеҙ һөйләнә-һөйләнә тороп ҡалды. -Нимә булды? -Бармайым, аҡсамды урлағандар. -Нисә һум ине? -Баяғы, әбитлек инде. Йөҙ һум.  Аҡса биреп торҙоҡ, беҙҙең эш ауыр,бутҡаһыҙ булмай. Өйгә ҡайтһам, ҡыҙым менән улым магазин уйнайҙар. Береһе һата, икенсеһе һатып ала. Мин дә ҡушылып киттем. "Прикольный банк"  тип яҙылған меңлектәре  ысын һымаҡ бит әле. Минең башҡа бер уй, дөрөҫөрәге, этлек килде.

АҠСАҒЫҘ  ЮҒАЛМАЙМЫ?
АҠСАҒЫҘ ЮҒАЛМАЙМЫ?

Уғрыны тотоу өсөн ниңә ошо уйынсыҡтарҙы файҙаланмаҫҡа? Бер меңлекте алып бөгәрләнем, иҙәнгә һалып тапаным,төкөрөп тә ҡараным. Үҙе ныҡ икән, меңлеккә көс-хәл менән аҡса төҫө индерҙем.

Радиктың кейеме аҡса менән бытовкала ҡалды.Төш етеүгә, аҡсанан елдәр иҫкәйне, беҙгә тамашаның һуңғы өлөшөн күрергә генә ҡалды. Күрерһең буғай, көтөп тор. Мәрәкәнең яңы башланыуын беҙ иртәгәһен ойошмабыҙҙы спецназ баҫып алғас ҡына төшөндөк. Аҡсаны Риваз исемле яңы эшкә ялланған егет урлаған да эргәләге әбейҙән бер литр араҡы һатып алған. Ҡарсыҡ икенсе  көнөнә аҙыҡ-түлек һатып алырға супермаркет яғына ыңғайлай һәм йылылай ғына килеш баштан- аяҡ ҡоралланған спецназ тырнаҡтарына килеп ҡаба. Әгәр үҙҙәренә кәрәкһә, беҙҙекеләр ҙә кешене ҡәҙерләй белә.Ҡыҫҡаһы, ҡарсыҡты күтәреп кенә йөрөтәләр, хатта һеҙ тип кенә өндәшәләр.

-Һеҙ,өләсәй,бынау бәндәне таныйһығыҙмы?- ти улар Ҡаф тау егетенә күрһәтеп.

 -Танымай ней, таныйым. Көн һайын һыҙлаған аяҡтарымды ыуырға тип кенә алған дауамды һорап йонсота.

Ошо хәлдән һуң Риваз юҡ булды, уның ҡарауы аҡса юғалмай башланы. Ә һеҙҙә хәлдәр нисек?Аҡсағыҙ юғалмаймы?

Юғалһа, әйтегеҙ, уғрыны фашларға ярҙам итербеҙ.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: