+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
8 Июль 2022, 14:00

Эсергә генә теләгәйнем

Эш былай булды. Бер ваҡыт Ма­гаданға барып сығырға тура килде. Командировкаға ебәр­ҙе­ләр. Ә унда минең яҡшы дуҫ ғаилә йәшәй.

Эсергә генә теләгәйнем
Эсергә генә теләгәйнем

Ултырам улар менән. Һөйләшәбеҙ. Һөйлә­шергә һүҙ күп, ун йыл эсендә, аңлашыла ки, яңылыҡтар күп йыйылған...
Шулай һөйләшеп ултыра тор­ғас, минең эске килә башланы. Ҡыҫҡаһы, тамағым кибеп китте. Уларға ингәндә үк ауыҙ кипкәйне, ә хәҙер сарсау һуңғы сиккә етте. Бер стакан һыу булһасы, тип уйлап ултыр­ҙым.
– Минең тамаҡ кипте бит әле. Эсергә берәй нәмә юҡмы? – тинем ҡыйыуһыҙ ғына.
Хужалар бер-береһенә ҡара­шып алды ла, икеһе лә ҡып-ҡы­ҙыл булып китте. Шунан һуң хужа кеше ғәфү үтенгән­дәй итеп өн­дәш­те:
– Беләһегеҙме, үс иткәндәй өйҙә бер нәмә лә юҡ. Беҙҙә бу­ла торғайны. Гел запас менән йәшәй инек. Ләкин һин шундай ваҡытҡа тура килдең бит, әй. Әле өйҙә эсергә бер нәмә юҡ.
– Вәт бит әй, тура килһә килә икән ул, – ти ҡатыны, – гастро­ном­дарҙың да төшкө ял ва­ҡыты.
Минераль һыу алырға уй­лай­­ҙарҙыр, күрәһең, тип уйлап ҡуй­ҙым. “Кран һыуы булһа ла ярар ине миңә. Бик эскем килә бит», – тинем.
– Ошо урында ер ярылһа, шунда төшөп китер инем, – тине ир. – Уйлап та тормай ыр­ғыр инем. Шул саҡлы уңай­һыҙ. Ҡәҙерле ҡунаҡҡа эсергә бер нәмә лә булмаһын әле! Бындай хәлгә ҡал­ғаныбыҙ юҡ ине. Инәһе, күрше­ләрҙе урап сығам әле. Бәлки, берәйһенән берәй нәмә килеп сыҡмаҫмы икән?
Дуҫым сығып китте. “Уларҙа һыу бөтөнләй булмай микән ни? – тип ныҡ ғәжәпләндем. – Эсергә һыу ҙа булмағас, нисек йәшәйҙәр икән?”
Шулай ултырабыҙ, хужа кешене көтәбеҙ. Ун минут үтә, ярты сәғәт, ә ир кеше юҡ. Мин һыу эсеү тура­һында сәпсим оноттом инде. Берәй күңелһеҙ хәлгә юлыҡма­нымы икән, тип уйлайым. Ҡаты­ны кинәт кенә телгә килеп:
– Сәйнүк тураһында сәпсим онотҡанбыҙ бит! Һыуы ҡайнап бөт­кәндер инде, – тине.
Шул ваҡыт ғәжәпләнеүҙән мин ҡысҡырып уҡ ебәрҙем:
– Һеҙҙә һыу бармы ни!?..
Дуҫымдың ҡатыны шундай итеп миңә ҡарап алды, ниңә мин үҙем­дең диуана икәнле­гемде һаман аңламайым икән, тип уйлап ҡуй­ҙым.

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: