+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
19 Сентябрь 2022, 11:11

Гөлнур, мине уятырһың ( Булған хәлдәр)

Малсылар ҡара таңдан тороп сәғәт алтыла эш башлайҙар бит инде. Ришат ҡайҙалыр төнгә тиклем йөрөп ҡайтып, һуҡмыш хәлдә, киленде уятмай ғына инеп ятҡан. Иртәнсәк ниндәй хәлдә булғанда ла эшкә барыр кәрәк. Ришат йоҡлап ҡалмаҫ өсөн киленгә: “Гөлнур, мине сәғәт 6-ла уятырһың”,-тип ҡағыҙға яҙып һала ла, тәмле йоҡоға сума.

Гөлнур, мине уятырһың. Булған хәлдәр
Гөлнур, мине уятырһың. Булған хәлдәр

Гөлнур, мине уятырһың

Гөлнур килен менән Ришат Мулләйәновтар икеһе лә һөтсөлөк фермаһында эшләп йөрөйҙәр. Ришат-осеменатор, килен һауынсы. Малсылар ҡара таңдан тороп сәғәт алтыла эш башлайҙар бит инде. Ришат ҡайҙалыр төнгә тиклем йөрөп ҡайтып, һуҡмыш хәлдә, киленде уятмай ғына инеп ятҡан. Иртәнсәк ниндәй хәлдә булғанда ла эшкә барыр кәрәк. Ришат йоҡлап ҡалмаҫ өсөн киленгә: “Гөлнур, мине сәғәт 6-ла уятырһың”,-тип ҡағыҙға яҙып һала ла, тәмле йоҡоға сума. Килен һауынға китергә тороп, теге яҙыуҙы өҫтәлдә күреп, былай тип яҙыу ҡалдырып, Ришатын “уятып” китә: “ Ришат, тор инде, сәғәт 6 тулды”.

Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү...
Иҙәштә һарыҡсылыҡта күп кешеләр эшләне. Беҙ бала саҡта ул ауылда оло ғына Сәрбиямал тигән инәй була торғайны. Ул да шул фермала эшләгән. Һарыҡтарҙы ҡырҡып, төрлө ауырыуҙары бөтһөн өсөн креолинлы һыуҙа “йыуындырып” сығарып торалар. Инәйгә тар ғына ҡапҡанан сыҡҡан бер һарыҡты һанап сығарып торорға ҡушҡандар. Ҡулына оҙон таяҡ тотоп ҡапҡа ауыҙында торған әбейҙән, кәнишнә, һарыҡтар ҡурҡа инде. Һарыҡтар уҡтай атылып, ҡапҡа ауыҙынан бер-ике метрҙай өҫкә ырғып-ырғып , ырғып-ырғып ҡасалар икән. Инәй һанап та өлгөрә алмай: “Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү, атаң башы, атаң башы...” тип, һәр ырғыған һарыҡ һайын “һанап”торған. Биш һарыҡҡа + плюс нисә “атаң башы” булғандыр инде, уны инәй үҙе лә белмәгәндер. Мәктәптәр булмаған, уҡый-яҙа белмәгәндәр, бишкә тиклем һанай белеү –үҙе үк ниндәйҙер достижение бит.

“Зиннәттәрҙә ризыҡ өләшеп ятҡандар икән”
Ғәлиәхмәт ағайым Нижний-Тагилдан йәй отпускыға килеп китә торғайны. Иртән иртүк еңгәмдең һауған һыйырҙарын, ваҡ малын көтөүгә ҡыуып, Рәйлә килененең эшен еңелләштергән. Бер көн иртәнге сәйгә ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Көтәләр-көтәләр ҙә, үҙҙәре эсәләр. Байтаҡ ваҡыт үткәс, ыңғыраша-ыңғыраша ағайым һуҡмыш ҡайтып инә. Әсәйем: “Йә, быға тикте ҡайҙа йөрөйөң инде?”тип, иң өлкән ҡартайған малайын ороша икән. Ағайым:” Үҙең бала саҡтан тороғоҙ ҙа тороғоҙ, аслан йоҡтап ятмағыҙ ул, иртә тороп өйрәнегеҙ, фирештәләр(фәрештәләр) ыризыҡ өләшкәндә өлөшөгөҙҙән ятып ҡалмағыҙ”тип өйрәттең дә, шуға иртә тороп, мал ҡыуып ҡайтып килһәм, Зиннәттәрҙә фирештәләр ризыҡ өләшеп яталар икән”тигән. Үҙе тупһа алдында ҡолап китеп, ҡабырғаһын һындырып, ыңғырашып инеп килгән. 

 

Автор:
Читайте нас: