– Матур, – тием, балдаҡты кире биреп. – Әсәй менән атай ҡайҙа?
– Ана, – төп яҡҡа күрһәтә бәләкәс.
– Ә, – ағайымдарҙың өйҙәрендәге сәйер тынлыҡҡа ҡолаҡ һала-һала һағайып өҫ кейемемде эләм. Тауыш-тын ишетелмәй. Иҫереп йоҡлаймы икән? Бәләкәсте күтәреп, аяҡ осонда ғына төпкә үтәбеҙ.
Шул саҡ төпкө бүлмәнән ағайым, еңгәм килеп сыға. Икеһе лә йылмая.
– Һаумы, һеңлекәш! – тип килеп күрешә ағайым, сабый шунда уҡ атаһының ҡулына күсә.
– Һаумы, бикәс, – тип ҡосаҡлап ала еңгәм. – Әйҙә, табынға үт!
Ҡунаҡ бүлмәһенең уртаһына мул өҫтәл әҙерләгәндәр. Дүртәүләп ултырышабыҙ. Минең башым тубалдай ҡатҡан. Бер нимә лә аңламайым. “Ағайымды, “һуҡҡан”, тигәйне бит еңгәм. Эшендә, эскәнме лә, хәҙер айығып өлгөргәнме? Әллә берәйһенә бәйләнеп һуҡҡанмы? Әллә токтан һуғылғанмы? Машинаһының тәҙрәһен асып йөрөп, ел һуҡҡанмы?..
–Шулай итеп, – тине ағайым, мине уйҙарымдан айырып, – һеңлекәш, һине үтеп киткән тыуған көнөң менән ҡотлап, һиңә өләсәйебеҙҙән ҡалған көмөш тәңкәнән балдаҡ эшләнем.
– Мә, бабаҡ! – тип эргәмә килде ҡустыҡайым.
– Ағайым балдаҡ һуҡҡан! – тип ҡысҡырып ебәрҙем мин, ҡустымды йәнә күтәреп, атаһына рәхмәт әйтергә лә онотоп. – Тимерсе ағайым тыуған көнөмә көмөш балдаҡ һуҡҡан!
Илгиз ИШБУЛАТОВ.
Изображение от storyset на Freepik