– Эшләйем.
– Эшләгәс, аҡсаһын да алырға тейешһең. “Ҡырын” аҡсаһын да, тураһын да, тигәндәй...
– Юҡ, ағай. Мин – ҡурҡаҡ ул. Йә, тикшереп ҡуйһалар, тотолһам тағын...
– Әй, әттәгенәһе! Исмаһам, солярка “елгәрәһеңме”?
– Юҡ.
– Һуң, өс балаңдың тамағын нисек туйҙыраһың?
– Ҡәҙимгесә: күп тә бөтә, әҙ ҙә етә, тием.
– Нисек инде?
– Кредит алмайым, юрғаныма ҡарап аяҡ һуҙам.
– Әй, ҡустым, бөтөнләй эшләй ҙә, йәшәй ҙә белмәйһең икән! Һинеңсә йәшәһәң, бөтөнләй аяҡ һуҙырға була. Мин һиңә, “командировканан” ҡайтҡас, бер серҙе асырмын әле.
– Ярай. Ә командировкаң оҙаҡҡамы?
– Юҡ, ике йылға тиклем генә. Бәлки иртәрәк тә сығарырҙар. Хәҙер, үҙең беләһең бит, мөмкинлектәр заманы.
Фото: <a href="https://ru.freepik.com/free-vector/_14565642.htm#query=%D0%B0%D0%B2%D1%82%D0%BE%D0%B1%D1%83%D1%81&position=1&from_view=search&track=sph">Изображение от storyset</a> на Freepik