+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
20 Октябрь 2022, 17:51

Юғалған аҡсалар

Юғалған аҡсалар
Юғалған аҡсалар

Гөлназ Нафикова-Ғәбитова

Юғалған аҡсалар. (Юмористик хикәйә)

 

Бөгөн өйҙә "хужа" булып ҡалған ун йәшлек Нурзидаға бер үҙенә бик күңелһеҙ. Өйҙәгеләрҙең кеме ҡайҙа: ата - әсәһе эштә, апайҙары урманға ҡарағатҡа китте, туғандары көн оҙоно Ҡажат буйынан ҡайта белмәй. - Ултыр инде өйҙә яңғыҙы! Алабарман! Ҡайҙан ғына шул ҡаҙаҡҡа баҫты, - тип үртәнде. Бер үҙенә күңелһеҙ булғас, өй башына, дөрөҫөрәге, ҡыйыҡ аҫтына менеп уйнарға булды. Унда балаларҙың үҙ донъяһы бар: бер бәләкәй генә балаҫ, тәрилкәләре менән иҫке патефон, ҙур ватыҡ радио, төрлө кәнфит ҡыяғыҙҙары, шәшке ватыҡтары. Ҡыҫҡаһы, өй эшләп уйнайҙар улар. Әлбиттә, атаһы тупраҡ ҡояһығыҙ, тип рөхсәт итмәй, хатта баҫҡысты ла келәткә сығарып ҡуйғайны, ләкин сос балалар рәтен- сиратын табалар. Нурзида ла үҙен йәлләп, аяғын өфөлдәп торманы: солан эсендәге сығып торған бүрәнә баштарына тотоноп баҫып менеп тә китте. Шул саҡ солан ишеге шығырланы, кемдер элгестең бауын шым ғына тартып асты ла һаҡ ҡына япты. Нурзидаға был бик шиксел тойолдо: аралыҡтан башын тығып аҫҡа ҡараһа, ике йәшкә бәләкәй ҡустыһы ингән икән. Уйнарға иптәш килеп сығыу шатлығынан эргәһенә саҡырырға уйлаған ҡыҙҡай Фаилды күҙәтергә булды. Ҡустыһы, бесәй һымаҡ ҡына баҫып үтте лә, ҡаҙаҡта эленеп торған кейемдәр янына килде. Ул атаһының ҡышҡы ҡалын бер салбарынан ниҙер килтереп сығарып, карауатҡа ипләп кенә һалып, тағата башланы. Нурзида башын нығыраҡ алға һуҙҙы: ҡулъяулыҡта бер нисә көмөш аҡса ята. - Ҡайҙан унда аҡса? Ниндәй аҡса? Әәә, теге көн күрше бабайға көтөү көтөшкән ине бит әле, тип иҫенә төшөрҙө ул. Фаил ипләп кенә, шылтыратмаҫҡа тырышып, тауышҡа ҡолаҡ һала - һала, һанай башланы. - Теүәл! 1 һум 35 тин! - тип шатланды. Шунан бер 15 тинлек аҡсаны алды ла бер ҡапҡа как рас етә, тип һөйләнә-һөйләнә ҡалғандарын тип - тигеҙ итеп бер - береһенең өҫтөнә һалып, киренән төрөп, баяғы салбар кеҫәһенә тығып ҡуйҙы. Нурзида быны шым ғына күҙәтте: пырхылдап китмәҫ өсөн ауыҙын усы менән ябып көлөп ятты. Фаил тағы тауышһыҙ ғына сығып китеп, магазин яғына атлауын ҡыҙ франтундың таҡта ярығынан ҡарап торҙо ла, аяғына да иҫләмәй, аҫҡа төшөп тә китте. - Нишләргә?! - Нисек ҡыҙыҡ итергә?! Нурзида оҙаҡ уйлап торманы: билдәле салбарҙан ҡулъяулыҡты килтереп тә сығарҙы, аҡсаларын алып эргәлә торған шифоньерҙағы кейем араһына тыҡты. Шунан тәҙрә төбөндәге пластмасс шешә ҡапҡасын алып, уныһы ҡайҙан килеп ятҡандыр, ҡулъяулыҡҡа төрөп, салбар кеҫәһенә сумдырҙы ла, кире ҡыйыҡ аҫтына үрмәләне. Ул һылтаңлай - һылтаңлай франтунға барып етеп, урам буйына ҡараһа, туғаны ҡулын һелтәп ҡайтып та килә. - Тимәк, ҡустыһының яратҡан вафлийы магазинда бөткән икән. Фаил тағы ла һаҡ ҡына атлап соланға инде лә, туп - тура салбарға килеп ҡулын тыҡты ла, ҡулъяулыҡты килтереп тә сығарҙы. Ул шаңҡып төбәлде: шул арала ни нәмә булған, еп -еңел, дәүмәле лә ҙурайған. Иҫәңгерәп, аптырап ҡарап торҙо ла, ытырғанып, ҡапыл карауатҡа ташланы. Фаил тағы кейемдәр янына килеп, бөтә салбарҙарҙың кеҫәләрен тикшереп сыҡты, буп - буш. - Мөмкин түгел! Алай булмай ҙа инде! - тип сикһеҙ ғәжәпләнде. Теләр - теләмәҫ кенә карауатҡа яйлап ҡына ултырҙы ла, шөбһәләнеп аҡ ҡулъяулыҡты, "настоящий" үҙенеке булырға тейеш, һәрмәп тотҡоланы - йомшаҡ ҡына, һелкетеп ҡараны - шалтырамай. Бик сәйер, һис тә аңларлыҡ түгел! Уйланып торғас, ҡурҡыуын еңеп, ҡулъяулыҡты тағатты: унда ...пластмасс шешә ҡапҡасы ята. - Әстәғәфирулла! Тәүбә, тәүбә! - Был нимә? Аҡса ҡапҡасҡа әйләнгәнме!? Иҫ аҡылы китеп, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, башын сайҡап, ҡапҡасты тегеләй-былай әйләндереп бер булды. Инде барыһын да күҙәтеп ятҡан Нурзида, шартлай яҙып, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Фаил өҫкә ҡараны һәм, бөтәһен дә аңлап, апаһы менән тыйыла алмай, күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡҡансы, көлдөләр ҙә көлдөләр...

Автор:
Читайте нас: