-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
21 Октябрь 2022, 13:34

Дауаханала

Рәхилә бөгөн эшенән ҡәнәғәт булып, ҡыуанып ҡайтты. Бәй, шатланмаҫлыҡмы ни? Эш хаҡы алды бит ул. Кварталға бер түләнә торған премияны ла тулыһынса яҙғандар. Юл буйына әллә нимәләр хаҡында хыялланды.

Дауаханала
Дауаханала

Рәйлә Назарғолова

Вәсилә бөгөн беренсе көн дауаханала, төндә уянып китте лә, был ваҡытта кем йөрөр, тиһең, – тип, халат та кейеп тормай бәҙрәфкә китте. Палатала ҡараңғы, асыҡ ишектән саҡ ҡына яҡтылыҡ төшә. Кире килеп инһә, уның карауатында бер ир йоҡлап ята.

Ҡайһы арала килеп ятып, йоҡлап та китте икән, кеше йөрөгәне лә тойолмағайны, – тип иҫе китте. Карауатының әле бер, әле икенсе яғына ҡараны. Унда ятҡан ирҙе уятырға ла ҡурҡты: “Аҡылға еңелерәк кешелер был, йә урамдан ингән берәй берәҙәктер” тигән ҡурҡыныс уйҙар үтте уның башынан.
Төнө буйы былай тороп булмай бит инде, барыбер уятып сығарып ебәрергә кәрәк был әҙәмде, – тип тегенең аяғынан аҡрын ғына һелкетеп ҡараны, ә ул уянырға ла уйламаны, икенсе яғына боролоп ятты. Вәсилә тамам аптыраны, асыуы килде.
Ни эшләп үҙемдең карауатымда ятҡан кешенән ҡурҡып торам әле, – тип бөтә батырлығын йыйып, уны һелкетергә тотондо. Ахырҙа теге кеше уянды ла:
Һиңә нәмә кәрәк? – тип ҡырыҫ ҡына һораны.
“Бына һиңә кәрәк булһа, үҙемдең урыныма ята алмайым, етмәһә екерә”, тип уйланы ла киҫкен тауыш менән:
– Тороғоҙ! Төшөгөҙ карауаттан! – тип, бойорҙо. Ә теге әҙәм ҡуҙғалырға ла уйламаны. Вәсиләнең тамам асыуы ҡабарҙы. Ул:
– Күрһәтәйем әле күрмәгәнеңде, хәҙер барыһын да аяҡҡа баҫтырам. Ҡарауыл! тип ҡысҡырып утты яҡтыртып ебәрҙе. Бөтә карауаттарға ла ирҙәр инеп теҙелешеп ятҡан, ҡатындар ҡайҙа икән? – тип, ҡатын тамам аптырашта ҡалды, “әллә төш күрәме?” тип үҙен семетеп алды.
Юҡ, төш түгел. Барып шәфҡәт туташын уятырға кәрәк тип тиҙерәк палатанан сығып ките һәм эргәләге палатаның ишеге ярым асыҡ икәнлегенә иғтибар итте.
 
Бәй, бына бит уның палатаһы. Вәсилә йүгереп барып инде, уның урыны буп-буш, бер кем юҡ. Ул, күреп ҡалмаһындар, тип тиҙерәк үҙ карауатына барып ятты. Былтыр дауаланғанда беренсе палатала ятҡайны, быйыл унда ирҙәрҙе урынлаштырғандар, ә ул элекке ғәҙәте менән шунда барып ингән икән!..
 
 
Рәхилә бөгөн эшенән ҡәнәғәт булып, ҡыуанып ҡайтты. Бәй, шатланмаҫлыҡмы ни? Эш хаҡы алды бит ул. Кварталға бер түләнә торған премияны ла тулыһынса яҙғандар. Юл буйына әллә нимәләр хаҡында хыялланды. Иртәгә ял, баҙарға сығып йәне теләгән әйбер һатып алыр. Әммә ҡайтып еткәс, ишеген аса алманы, әллә йоҙағы тутыҡҡан. Ҡатын сумкаһын күрше ишектең тотҡаһына элде лә, бер ҡулы ярҙамында ишекте этеп, икенсеһе менән асҡыс бороп, оҙаҡ ҡына этләнде. Асыуланған саҡта әйтә торған һүҙҙәрҙе лә ысҡындырҙы, ярай әле бер кем дә ишетмәне. Тырыша торғас, ишеге асылып китте. Былай ҙа көн эҫе, йоҙаҡ менән булышып, манма тиргә батты, күлдәге тәненә йәбеште. Ул ванна бүлмәһенә инеп, кейемен һалды ла, бер ыңғай ҡойоноп сығырға уйланы. Сисенеп бөтөп йыуына ғына башлағайны “келт" итеп сумкаһының подъезда ишек тотҡаһында эленеп ҡалыуы иҫенә төштө. Рәхиләнең ҡото осто. Һөртөнөп тә тормайынса ванна бүлмәһенән атылып сыҡты ла, ишекте асып, подъезға күҙ һалды. "Аллаға шөкөр! Сумкаһы урынында тора, аҡсаһы юғалманымы икән?" – тип, уны тиҙерәк алырға үрелде. Тик ишектән ҡулын ысҡындырмайынса буйы етмәй. Кеше-фәлән күренмәгәс, ишеккә бер аяғын ҡыҫтырып, ике ҡуллап сумкаға үрелде. Алам ғына тигәйне, аяғы ысҡынып, ишеге ябылды ла ҡуйҙы!
Эх! – тип ҡалды Рәхилә, йоҙағы бит “английский!” Эшкә ҡабаланғанда ишекте ябып ҡына сығып китерлек булһын тип ҡуйҙырғайны ул был ҡәһәр һуҡҡан йоҙаҡты. Бына, ишек төбөндә сумкаһын ҡосаҡлап, инәнән тыума яланғас тороп ҡалды, хатта аяғына тапочка ла кеймәгән бит. Ул әлеге хәленән шаңҡып нимә уйларға ла белмәне. Ояты ни тора, бынан һуң күршеләренең күҙенә нисек күренер? Быға тиклем тубығынан ҡыҫҡа итәк кейгәне, иҙеүен асып йөрөгәне лә булманы. Ире лә рөхсәт итмәне, үҙе лә ынтылып барманы. Ҡайһы бер үткер телдәр: "Пәрәнжә генә кейәһең ҡалды инде", – тип тә үртәп алалар ине.
Аҫтан аяҡ тауыштары ишетелмәһә, ҡатын ошо хәлендә күпме баҫып торор ине икән? Ул ҡото осоп өҫкө ҡатҡа менде лә күҙәтә башланы. Күршеләре, Фәһим ҡайтҡан икән. Тегеһе ишеген асыуы булды, Рәхилә уҡ кеүек атылып, унан алда уларҙың фатирҙарына инеп китте лә ваннаға инеп бикләнде. Фәһим:
– Fүмерҙә булмағанды, күҙемә күрендеме икән? – тип, нимә уйларға ла белмәйенсә баҫҡан урынынан ҡуҙғалырға ла ҡурҡып, ауыҙын асып шаҡ ҡатып ҡалды, хатта ишеген ябырға ла онотто. Бер аҙҙан иҫенә килеп ванна бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны. Ишек эстән бикле, күрәһең, күҙемә күренмәгән, тик был инәнән тыума яланғас бисә ҡайҙан килеп сыҡты икән, айҙан төшмәгәндер бит? Ҡатыны ҡайтһа, нимә тип әйтер? Фәһим тағы ванна бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны, шаҡылдатырға тотондо. Эстән бер тауыш та ишетелмәне.
Был ваҡытта Рәхиләнең ҡото осҡайны. Ҡараңғы. Сит кешенең ванна бүлмәһендә яп-яланғас ултыра, һәрмәнеп халат кеүек әйбер табып алды, өҫтөнә кейгәс тыныслана төштө, тик ишекте асырға ҡурҡты. Был ирҙең уйында нимә барын ҡайҙан беләһең, яланғас булғас, еңел аҡыллы ҡатын тиҙер. Рәхиләне бындай хәлдә күрмәгәс, танырға ла өлгөрмәгән күрәһең. Таныһа исеме менән өндәшер ине.
Рәхилә нимә эшләргә тип аптырап торғанда, Фәһимдең ҡатыны Йәмилә ҡайтып инде. Уныһы ирен сәйер хәлдә күреп ғәжәпләнде. Фәһим юғалып ҡалған, ғәйепле бала кеүек ни эшләргә белмәй бер тегеләй, бер былай йөрөй, ванна бүлмәһен шаҡый. Ҡатынының һорауына:
– Ишек асып торғанда бер яланғас ҡатын килеп инде лә, ошонда бикләнде, – тине. Йәмилә, әлбиттә, ышанманы, ванна бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны. Бикле.
– Әһә! Тоттом! – тип уйланы ул, иренә яман итеп ҡарап. Тегеһе уның һайын аҡланырға тырышты. Йәмилә ҡысҡырынырға кереште, ванна бүлмәһенең ишеген шаҡылданы. Бер мәлде унан Йәмиләнең халатын кейгән ҡатын килеп сыҡҡас, йығылып китә яҙҙы. Рәхиләне танып алғас шаҡ ҡатты был.
– Бына, йыраҡ та йөрөмәйһең икән ә! Ҡайһылай йәпле! Ҡатының эштә саҡта тиҙ генә саҡыртып алаһың. Тик бөгөн иртәрәк ҡайттым шул, ҡамасауланым, – тип һүҙҙәрен теҙҙе генә. Йәмилә Рәхилә менән Фәһимде тыңларға ла теләмәне, көнсөллөк уты кимерҙе уның күңелен. Үҙен кәмһетелгән ҡатын итеп тойҙо, күҙҙәренән йәше лә атылып сыҡты. Рәхилә эштең асылы ниҙә икәнен һөйләп биргәс тә ярһыуы баҫылманы:
– Оҙаҡ уйланыңмы был уйҙырмаңды! Халатымды сис тә, күҙемдән юғал! – тип екерҙе.
Рәхилә фатирының асҡысы өйөндә бикләнеп ҡалыуын, ошо сумкаһы өсөн генә сыҡҡанын, ишеген ысынлап та аса алмауын ҡабат-ҡабат әйткәс, ҡатын тынысланғандай булды. Фәһимдән ишегенең йоҙағын ватып булһа ла асып биреүен үтенде.
Был ваҡиғанан һуң Йәмилә оҙаҡ ҡына тыныслана алмай, ирен Рәхиләнән көнләшеп, хатта айырылырға ла уйлап йөрөнө. Ә Рәхилә “английский” йоҙағын алыштырҙы. Иртән ишекте бикләү әллә ни ваҡытты алмай, уның ҡарауы асҡысһыҙ бикләнмәй, урамда тороп ҡалыу ҡурҡынысы янамай. Ышаныслы!
Автор:
Читайте нас: