+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
27 Октябрь 2022, 12:56

Йыл асышы булдым!

Йыл асышы булдым!
Йыл асышы булдым!

Тиҙҙән Яңы йыл байрамы етә. Бөтә ерҙә төрлө шәп кешеләрҙе барлап, гөж киләләр: йыл йырсыһы, “йыл кешеһе”, “йыл оҫтаһы”, “йыл эшҡыуары”, “йыл матуры”... Тағы әллә ниндәй лайыҡлы әҙәмдәрҙе асыҡлайҙар. Интернет шулар менән тулған. Компьютер алдына ултырыр әмәл юҡ, ғүмере белмәгән, барлығын ишетмәгән әҙәмдәрҙән үтенес менән СМС-тар яуа. "Фәлән конкурста ҡатнашам. Зинһар, миңә ярҙам итегеҙ әле. Тауышығыҙҙы биреү өсөн ошо һылтанмаға баҫығыҙ. Үҙегеҙ генә тауыш биреп ҡалмағыҙ, бүтәндәргә лә таратығыҙ. Алдан уҡ ҙур рәхмәт белдерәм".

 

Шулай ултыра торғас, минең дә башыма бер шәп уй килде. Бәй, ниңә мин дә шундай ярышта ҡатнашмайым әле? Башҡаларҙан ҡайһы ерем кәм? Артыҡ булмаһам әле! Уныһы шулай ҙа ул, тик бына нимә буйынса үҙемде тәҡдим итергә? Бер ҡараһаң, бөтә яҡтан да килгәнмен кеүек. Ҡунаҡтарҙа әҙ-мәҙ кәгеп алһам, йырлайым да, бейейем дә. Маҡтайҙар.

– Тағы ла йырла! – тиҙәр. Дәртләнеп, ер һелкетеп бейергә төшөп китһәм дә, һис берәүҙең яманлағаны юҡ. Тәк-тәк, ҡайһыһын һайларға һуң? Ә-ә-ә, иң һыйлыһы – шиғыр буйынса бәйгелә ҡатнашыу. Күптән яҙған өс күплетлыҡ шиғырым бар.

Һалҡын ҡыш етте,

Күп итеп ҡар яуҙы.

Ҡуяндар күптән

Аҡ тунын кейҙе.

Ҡыш булғас, рәхәт.

Сана шыуабыҙ.

Ҙур рәхмәт һиңә,

Ҡыш бабайыбыҙ!

 

Бер уйлаһаң, шиғри һәләтең булмаһа ла, зарар юҡ. Унда “Йөрәк һүҙе”ндәге һымаҡ ҡулды болғай-болғай шиғыр һөйләйһе түгел. Интернетҡа һинең хаҡта яҙалар ҙа, шуға бүтәндәрҙең тауыш биреүе мөһим. Кем иң күп тауыш йыя – шул еңеүсе! Йыл таланты, йыл асышы. Шәп бит! Өфөгә саҡырып, бөтә ғәм алдында бүләк тотторалар. Аҙаҡ гәзиттәрҙә яҙалар, телевизорҙан күрһәтәләр. Китә дан!..

 

Эште оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай үҙем хаҡында тейешле мәғлүмәт осорҙом. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң ул баҫылып та сыҡты. Хәҙер донъя буйлап таралған дуҫ-иштәргә, дуҫ булмағандарға үтенес менән смс-тар ебәрәм. Уныһы өсөн борсолаһы түгел. Әлегә эшһеҙ ятам, ваҡыт күп. "Фәлән конкурста ҡатнашам. Зинһар, ярҙам итегеҙ әле. Тауышығыҙҙы биреү өсөн ошо һылтанмаға баҫығыҙ. Үҙегеҙ генә тауыш биреп ҡалмағыҙ, бүтәндәргә лә таратығыҙ. Тауыш биреү төгән көндә фәлән сәғәттә тамамлана. Алдан уҡ ҙур рәхмәт белдерәм!"

 

Шуныһы яҡшы – бөтә һандар күҙ алдында. Бер мәл ҡарайым – берәү минең тауыш кимәленә яҡынлашып килә. Юҡ, былай булмай, еңәм тигәс, еңәм. Был арала йүнле йоҡо күргән дә юҡ. Дуҫтар йыям, уларға баяғы үтенесте ебәрәм. Атай-әсәйем, ағайым-еңгәйҙәремә, апай-еҙнәйҙәрем, ҡатыныма, балаларыма ла тыныс тормош бөттө. Һәр береһе минең өсөн тырыша. Дөрөҫ эшләйҙәр, шиғыр яҙыу буйынса “Йыл асышы” номинацияһында еңеп сыҡһам, уларға ла дан бит. Кемдең ҡустыһы – шуныҡы! Кемдең балаһы – фәләндеке! Ауылда, дуҫтар араһында даны ни тора!

 

Эшләһәң, эш ҡарышмай, тигәндәре дөрөҫ икән. Егерме кеше ҡатнашҡан ярышта барыбер беренсе урынды алдым. Хатта билдәле, дәрәжәле кешеләрҙе лә уҙып киттем. Иң күп тауышты мин йыйҙым, бөтәһен дә әллә күпмегә артта ҡалдырҙым.

Бына әле Өфөләге мәҙәниәт һарайында үткән бүләкләү тантанаһынан ҡайтып киләм. Сәхнә түренә саҡырып, бүләктәр, диплом биреп, ҡулымды ҡыҫ­тылар. “Йыл асышы” номина­цияһында беренсе урынды алдым бит! Ҡотлағыҙ мине!

Автор:Венер ИСХАҠОВ
Читайте нас: