-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
31 Октябрь 2022, 09:24

“Балаҡайҙарым, алтынҡайҙарым

- Ә-ә-ә, минең  Мәстүрәкәйемде әйтәһеңме?! Шунда булмай тағы. Кеше балалары һымаҡ  ғәрләнмәй ошо Стәрле һаҫығын еҫкәп ятмаҫ инде. Теге ваҡыт ни,   саҡыртып алдылар ҙа сыразу кывартир биреп ҡуйҙылар бит. Бирерҙәр ҙә шул! Минең ҡыҙым кеүек кешеләр юлда тәгәрәп ята тиһеңме әллә. Мынау Линингырад һынлы Лининградта   уның ише оҫталар сәпсим юҡ, ти ҙә ул.  Ҡайҙа эшләй тиһеңме? Мастир тигән дәү хужа ул. Хоҙайға шөкөр, башҡалар һымаҡ кеше артын таҙартып йөрөмәй. Шулайт, былайт тип бүтәндәргә бойороп ҡына йөрөй.

“Балаҡайҙарым, алтынҡайҙарым
“Балаҡайҙарым, алтынҡайҙарым

   Юмористик хикәйә

 Йәшлек әхирәтенең:

  • Йәнекәйем, ни хәлдәрҙә генә? – тип ҡосаҡлап алыуына Боҫтанбикә өҙҙөрөп һайрарға ла тотондо.
  • Собханалла, собханалла, гөлдәр кеүек.
  • Балалар үҫеп бөткәндер инде...

– Һ-и-и, күптән инде, күптән инде. Балаҡайҙарым, алтынҡайҙарым кеше булып бөттөләр. Бәхетле була ғына күрһендәр!

  • Теге оло ҡыҙың, исемен онотҡанмын, Лининградта, шикелле.
  • Ә-ә-ә, минең  Мәстүрәкәйемде әйтәһеңме?! Шунда булмай тағы. Кеше балалары һымаҡ  ғәрләнмәй ошо Стәрле һаҫығын еҫкәп ятмаҫ инде. Теге ваҡыт ни,   саҡыртып алдылар ҙа сыразу кывартир биреп ҡуйҙылар бит. Бирерҙәр ҙә шул! Минең ҡыҙым кеүек кешеләр юлда тәгәрәп ята тиһеңме әллә. Мынау Линингырад һынлы Лининградта   уның ише оҫталар сәпсим юҡ, ти ҙә ул.  Ҡайҙа эшләй тиһеңме? Мастир тигән дәү хужа ул. Хоҙайға шөкөр, башҡалар һымаҡ кеше артын таҙартып йөрөмәй. Шулайт, былайт тип бүтәндәргә бойороп ҡына йөрөй.
  • Төпсөгөң дә хәҙер дәү үҫкәндер…
  • Шөкөрана, шөкөрана, үҫте генә тиһеңме, тирәк инде, тирәк. Ҡайҙа тора тиһеңме? Ауылда инде, ауылда. Ул ситкә китеп торманы. Уныһы ла Мәскәү тип олаҡһа, бында кем ҡалыр! Юҡ, колхозда эшләтмәйем. Үҙебеҙ Алла әппәргә күп һеперелгән дә еткән. Вахты менән Себерҙә эшләй, аҡсаны тоҡлап апҡайта мына. Харап иркен йәшәйҙәр. Аҡсаны муйынына баулап йөрөтһә лә етерлек.
  • Ҡалай бәхетле икәнһең?
  • Әйтмә генә лә. Балаларым дан минең. Береһенән-береһе шәп йәшәйҙәр. Өрмәгән ергә ултыртмайҙар. Хоҙайым, алама күҙҙәр генә тейеп ҡуймаһын. – Боҫтанбикә әбей уң яғына ла, һул яғына ла төкөрөнөп ҡуйҙы. Унан йәнә яңылыҡтарын теҙә башланы. – Ҡуй инде, ҡуй, аяғымды ергә тейгеҙмәйҙәр, бит, әйгенәм. Береһе машина менән ҡунаҡҡа килеп ала, икенсеһе килтереп ҡуя. Өсөнсөһө, әсәйемде мин апҡайтам да мин апҡайтам тип ҡыр талаша. Балаҡайҙарым, алтынҡайҙарым минең. Үҙҙәренең машиналарың күрһәң ине бит әле. Бигерәк шәп. Бөтәһе лә шау аҡсалы эштә шул.

Боҫтанбикә барыһын борсаҡ урынына һипте һипте лә бер аҙға тынып ҡалды. Унан:

  • Нишләп Назифымды һорамайһың ул? – тип ҡуйҙы.
  • Шулай шул, ҡара, хыялый баш, бөтөнләй онотоп торам даһа.
  • Хоҙайға шөкөр, уныһы ла кәм-хур түгел, – тип теҙҙе Боҫтанбикә. – Беҙҙең ауылдан кемдең балаһы министрҙар менән йәнәш ултырып йөрөй әле?
  • Министр ярҙамсыһы итеп үрләттеләрме әллә?
  • Һи-и-и, уның ише генәме! Шуфир бит ул! Шундай ҙур кешеләр шуфир итеп тә әкәм-төкәмде  алып бармай, ти.

Теле телгә йоҡмаҫ әбей ун-ун биш минут араһында бөтәһен дә теҙҙе лә һалды. Тик  бына нишләптер хәҙер икенсе ҡыш  сыбыҡ осо һеңлеһендә, уның тауыҡ кетәгендәй  генә өйөндә йәшәүен генә әйтергә онотто...

 

Венер ИСХАҠОВ

Автор:
Читайте нас: