+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
14 Сентябрь 2023, 15:55

ИКЕ ЙӘШКӘ ЕТЕП

Күршем – тирә-яҡта даны таралған автомеханик, күп ваҡытын өйө янындағы гаражда үткәрә, машиналар йүнәтә. Ике йәшлек улы бар. Уныһы эргәһендә бутала. Сираттағы машинаны ремонтлағанда һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалдым.

– Талип, миңә ун етеле асҡыс алып бир әле, верстакта ята, – тип ҡысҡырҙы күршем улына.
Тынлыҡ.
Бер аҙҙан улының яуабы ишетелде, тик ни әйткәнен аңламаным. Атаһының һуҡранғанын ғына ишеттем:
– Ныу, Талип, донъяла ике йыл йәшәйһең, ә ун етеле асҡысты ла белмәйһең.

Ә. НУРИСЛАМОВА.

Автор:
Читайте нас: