+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
14 Сентябрь 2023, 13:07

ПЛАН (юмореска)

- Ни булды тағын?- Һуң, Мөнирә Миратовнаны әпкиткәндәр тей бит?..

ПЛАН (юмореска)
ПЛАН (юмореска)

- Әсмәү! Туҡтап кит әле эргәмә!
- Сәләм, күрше!
- Сәләм-сәләм! Ишеттеңме әле хәбәр?
- Ни булды тағын?
- Һуң, Мөнирә Миратовнаны әпкиткәндәр тей бит?..
- Аһ-аһ! Нисек әпкиткәндәр? Кем? Ҡайҙа?
- Ҡайҙа икәнен белмәйем. Кисә эш урынында (мәктәптә инде), өйөндә ҡутармаған нәмәһен ҡалдырмағандар тей. Ятыр-торор әйберҙәрен, он тоҡтарын тишкесләп бөткәндәр икән. Кәбәненә тиклем туҙҙыртҡандар имеш .
- Нимә эҙәләгәндәр һуң?
- Уй, алла, аңғыра яғы сығыр инде! Бүләк эҙләгәндәр, бүләәәк! Теге остоң Әсҡәт малайын беләңме? Шул Мәскәүгә ингәйне бит уҡырға. Мөнирә Миратовнаның уҡыусыһы булды. Математиканан төплө белем бирҙе, башҡала уҡыу йортонда ла һынатмайым тип, рәхмәттәр әйтеп, күстәнәс алып ҡайтып биргән икән. Уҡытыусыһына һүҙ булырын уйламаны инде балаҡай.
- Атаҡ, күстәнәсе алтындан булмағандыр ҙа инде?
- Ҡайҙааан! Әсҡәт шул баланы уҡытам тип, көнө-төнө ат көтә. Сәскәһенә ҙур ғына шәл ҡушып биргән ти шул.
- Уныһын ҡайҙан белеп ҡалғандар тиң...
- Үҙеее! Үҙе Мөнирә Миратовна, хәйләһеҙ ҙә инде. Ҡыуанысын йәшерә алмай, барып һөйләгән бит мәктәпкә. Унда инде, яратҡаны бар, яратмағаны...
- Пландары тулды инде былай булғас, ә, күрше? Взәтке алғандарҙы тотоу буйынса тим дә...
- Иң эреһен эләктерҙеләр, ҡәһәр...


Наилә Хәмбәлиева

Автор:
Читайте нас: