+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
19 Сентябрь 2023, 12:36

Әтәс

Бер заман Ҡырымда ял итергә тура килде. Бәләкәй генә ауылда туҡталдыҡ, бер әбейҙең “сыйырсыҡ ояһына” урынлаштыҡ. Әбей ихатаһындағы бар биналарға ла кеше индерә. Беҙҙең һул яҡта – Питерҙан егеттәр һәм ҡыҙҙар, уң яҡта Мәскәүҙән килгән ғаилә ял итте.

Әтәс
Әтәс

Бер заман Ҡырымда ял итергә тура килде. Бәләкәй генә ауылда туҡталдыҡ, бер әбейҙең “сыйырсыҡ ояһына” урынлаштыҡ. Әбей ихатаһындағы бар биналарға ла кеше индерә. Беҙҙең һул яҡта – Питерҙан егеттәр һәм ҡыҙҙар, уң яҡта Мәскәүҙән килгән ғаилә ял итте.
Урынлаштыҡ, таныштыҡ, кис көнө шарап тәмләнек, төнгө икелә йоҡларға таралыштыҡ...
Сәғәт дүрттәр тирәһендә барыбыҙҙы ла хужабикәнең әтәсе уятты. Ишетеп белеүемсә, бар әтәстәр ҙә әтәс кеүек, ҡысҡыралар ҙа туҡтайҙар, ә был хәшәрәт иртәнге туғыҙға тиклем тынманы. Бер өҙлөкһөҙ! Беҙҙең – бындай шау-шыуға өйрәнмәгән ҡала кешеләренең, йоҡоһо туйманы...
– Әтәсегеҙҙе тыйығыҙ, – тинек хужабикәгә, – беҙ йоҡо туйҙырырға, ял итергә килдек, ә бында...
Әбей әтәсте һарайға бикләне, ә теге ярыҡ табып сыҡты, иртән йәнә дүрттән алып сәғәт туғыҙға тиклем кикрикүкләне. Киләһе кистә хужабикә әтәстең ҡанаттарын бәйләп ҡуйҙы, ләкин теге бауҙы суҡыштары менән суҡып өҙҙө, яратҡан урыны – һарайҙағы антенна янына менеп ҡунаҡланы. Тағы ла йоҡобоҙ йоҡо булманы. Мин иртән хәҙер инде өйрәнелгән ғәҙәт буйынса дүрттә уяндым, күпме генә ҡолаҡ һалып ятһам да... әтәстең ҡысҡырғанын ишетмәнем. Үҙ ҡолаҡтарыма ышанмай, ишек алдына сыҡтым. Унда ҡурҡыуға төшкән хужабикәне осраттым – әтәскә берәй нәмә булғанмы әллә? Һарайға индек, әтәс ултыра, йөндәрен ҡабартҡан, асыуҙан күҙҙәренә ҡан тулған. Хәҙер беҙгә ташланасаҡ! Тик ҡулынан килмәй – Питер егеттәре суҡышына изолента ураған икән.


Н. ҒИМРАНОВ.

Автор:
Читайте нас: