Бик бошонҡо, борсоулы бөгөн Борхан. Башында буръяҡ буталсыҡ. Берсә бүкәндәй башын баҫып болоҡһой, берсә бушалъюҡҡа бирләнеп борҡой.
Береһенән –береһе бәләкәй биш балаһының болдорҙы бер итеп баҫтырышыуы, бөтөрөлөүе Борхандың былай ҙа бәләле башын быраулағандай. Биләүле бәләкәстәренең биҙаланыуы ла бимазалай бисара Борханды. Бишектәге бәпесен бәүетә-бәүетә бутҡа бешергән бисәһе Бибисара баянан бире борсаҡлап, борослап Борханды битәрләй:
— Битһеҙ! Бешмәгән! Бабаларыңда булмағанды... Был боҙоҡлоғоңдо балалар белһәме... Бөлдөрҙөң бит! Булыр- булыр ҙа былай ҙа бушаҡ булмаҫ. Бәҫеңде бөтөрөп...
Бәғзе бер бисәләрҙәй буштан-бушҡа боларып бөтөрөнмәй баҫалҡы, бөтмөр Бибисараһы. Булаһы – булған, буяуы —битенә буялған Борхандың. Башын бағанаға бәрерҙәй ҙә бит бөгөн.
Бисәһенең битәренән боҫмаҡсы булып, балта, бысҡыһын барлап бүрәнәлегенә барҙы. Биш былтыр башлаған баҙына бағаналар бысмаҡсы булып байтаҡ бызмырлаһа ла, бағаналар бысылманы, билдәле. Банк бүлексәһенә лә бараһы бар ҙа бит. Барырһың бармай ҙа бынаулайтып: бите бөтәрләнгән, бәбәктәре баҡаныҡылай баҡайған, бөҙрәләре буталған. Бажаһына барырғамы?.. Барый бажаһы менән борсаҡтары бешер ине лә, берҙән-бер балдыҙынан бөжөмләй бит әле. Бөткән баш – бөткән! Битенә битлек бөркәргә лә, бер ни белмәмеш булып барырға... Барыуын барыр ҙа, Бибинур балдыҙы болдорона баҫтырмай болғауыслап борасаҡ. Бисәһеләй битәрләп булышмаҫ балдыҙы. Борҡоһа, бирле бисуранан былайыраҡ биғәләш Бибинур: батмусын битенә бәреп, буш биҙрәһен башына батырырға ла булдырыр. Быны биш бармағылай белә Борхан.
...Был бәләнең башы былай булды: Барый бажаһына балтасы Басир менән бура бурашҡайнылар. Бергәләгәс, берәгәйле бураны бурап та бөттөләр. Булдыҡлы балдыҙы бауырһаҡ, бауыр бәлеше, бәрәңге бәрәмәсе, бишбармаҡ бешергән. Буҙа, бал балы ла булдырған белдекле Бибинур. Бер баҫаһын – биш баҫып, бурасыларҙы баҡты балдыҙы. Буйтым байрам булды. Бер бутил балды бөтөргәнсе бәргәндәр бит, бирәндәр. Баллы бутил байтаҡ бүҫкәргәс, бажаһының баянына боронғо ,,Байыҡты,, бейегәндәрен белә Борхан. Ә бына бажаһы менән бәхәсләшеп буйсан, бағаналай беләкле Басирҙы биргесләгәнен, бутилдәге бал бөткәс, балдыҙына бәйләнгәнен, бәһлеүәндәй бажаһына ла баш бирмәй боларғанын, биллаһи, белмәй. Боролоштағы батҡаҡҡа батып балаҡтары, балтырҙары, ботинкалары, башалтайҙары буялып бөткән байғошто бисәһе барып алған.
Быларҙың бөтәһен дә буҫығып бөткән Бибисараһы буҙлай-буҙлай бәйәнләне. Борхан баҙаны, буҙарынды, бүртенде. Бынағайыш! Борхандың бер ҙә былай былағайланғаны, бәйелһеҙләнгәне булманы ла баһа бығаса. Былар бит бөтәһе лә баяғы бал балы бәләһе! Балтаһы быуаға батҡандай булып бөтөрөндө бахыр Борхан. Булмай былай... Бөгөн барыбер бер
ни башҡарып булмаҫ буғай. Базы быуаһына балыҡҡа барыр, булмаһа. Базыла бәрҙе, бағрыларға бәрәмәт батырғайны, бәсмәнеләр микән? Бисәһенә белгертмәй бәрәңге баҡсаһы буйлап барып баҫмаға боролдо. Быуаға барышлай болондағы бөтнөк, болануттарҙы барлар. Берыңғай Базы буйындағы бөрлөгәнлектәрҙе, баланлыҡтарҙы ла байҡар. Болантау битләүендәге бесән бакуйҙарын болғатыр. Бойҙай баҫыуы буйына бәйләгән билдәш быҙауҙарын бауынан бушатыр. Бәлки башындағы буталсыҡ болоттар бөтөр. Бибисараһының да бураны баҫылыр. Бүтәнсә бал балына бирешеп бахырланмаҫ, бәҫһеҙләнмәҫ Борхан. Бер бите бешкәне лә берәгәйле булды.
Фәниә Ғәйнуллина.