– Һаумыһығыҙ! Кемдәрҙе күрәм?
Баҙарҙа ауылдашыбыҙ Ғәзимәне тап иттек. Ауылдаш ҡына түгел, өс быуын ғына туған да ул, тик үҫкән саҡта барышып-ҡатышып йөрөмәгәс, әллә ни яҡынлыҡ юҡ кеүек. Шулай ҙа уларҙың хәҙер бизнесҡа күсеүе, хәлле генә йәшәүе хаҡында ишеткән бар ине.
Осрашҡас ни, ауыҙҙы йомоп тороп булмай, тегенеһен-быныһын һорашҡан булаһың: ауылдағылар, балалар нисек?..
Бер аҙ һөйләшеп торғас, Ғәзимә беҙҙе “Әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ!” тип фатирына саҡырҙы.
– Сәй эсеп сығығыҙ, беҙ анауында ғына торабыҙ, – тип әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған йортҡа төртөп күрһәтте.
Был күңел өсөн генә әйтәлер тип:
– Әле ҡабаланып ҡына йөрөйбөҙ, ярай, башҡа ваҡытта, – тип тиҙ генә ҡотолмаҡсы булғайныҡ та, ауылдаш ай-вайына ҡуймай, туғанлыҡты ла иҫкә төшөрҙө.
Көн эҫе булғанлыҡтан, сарсатҡайны ла. Ҡабаланһаҡ та, Ғәзимә ыңғайына атланыҡ. Ул арала ауылдаш йәй ҡайҙа ял итергә йыйыныуҙары хаҡында сурытты.
– Былтыр Һиндостанға барғайныҡ, перәме оҡшаны. Быйыл мысырға барырбыҙ, тип торабыҙ.
Тупһанан үткәс тә ауылдаштың хәлле генә йәшәүе күҙгә ташланды.
– Матур, – тинек ҡатыным менән бер тауыштан.
– Кеше араһында кешесә йәшәргә маташып ятҡан көн инде. – Ғәзимә беҙҙе бүлмәнән-бүлмәгә йөрөтөп, йорт йыһазын күрһәтә башланы.
– Быныһын Польшанан заказ менән ҡайтарттыҡ, – тине, залдағы йомшаҡ күн мебелде күрһәтеп. Шунса-шунса һум тора. Унан балаларының бүлмәһенә алып керҙе.
– Ҡыҙыбыҙҙың күҙенә тап килһен өсөн зәңгәрҙән алдыҡ, – тип тәҙрә пәрҙәләренә һаҡ ҡына бармаҡ остары менән ҡағылды. – Матур, эйеме? – Ғәзимә, “эйе” тигән хуплауҙы көтөп, беҙҙең күҙгә баҡты.
Фатир буйлап сәйәхәт апаруҡ ҡына барҙы.
– Анау пәрҙәләрҙе фәлән-фәлән һумға тектерҙек.
– Хәҙер магазин тулы әйбер булһа ла, һиңә кәрәклеһе генә юҡ бит ул. Бынау люстраны саҡ таптыҡ. Фатирҙы йыйын шаҡы-шоҡо менән тултырып булмай ҙа инде.
– Ирем миңә лә ”машина алып бирәм” тип әйтә.
Теге йәки был йыһаздың ҡайһы илдеке булыуы, күпме тороуы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт биргәс кенә, ауылдашым:
– Ҡана әле сәй ҡуяйым, – тип аш бүлмәһенә йүнәлде. Унан беҙҙе лә өҫтәл янына әйҙүкләне. Ул арала кухняһының йыһаздары менән дә таныштырыуҙы дауам итте.
– Ә бынау алтын ялатылған сәғәтте, беләһегеҙме, ҡайҙан һатып алдым? – Ғәзимәнең ҡарашы сәғәт уҡтарында туҡталды ла бер аҙға шымып ҡалды. Унан башын тотто. – Мин ошо ваҡытта дәрәжәле кеше менән осрашырға тейеш инем бит! Ғәфү итегеҙ инде. – Ул ашығып плитәһен һүндерҙе лә, киттек тигәндәй, беҙгә ымлап, сығыу яғына ыңғайланы.
– Ярай, баш һау булһын! Бер бөгөн йәшәмәйбеҙ бит....
Авторы билдәһеҙ.