Бибинур әбей, иртәнге намаҙын тамамлағандан һуң, тиҙ-тиҙ генә кейенде лә машиналар паркына ҡарай йүнәлде. Шәп атлағанлыҡтан тыны ҡыҫылып, диспетчерскийға килеп керҙе. Башта кеше күплектән ҡаушап китте.
– Һем-һем, һаумыһығыҙ, балаҡайҙар, – тип буш урындыҡҡа ултырып, ике ҡулы менән битен һыйпап ҡуйҙы.
Ишектән кем керһә лә, боролоп ҡарамаҫҡа күнеккән шоферҙар, ниндәйҙер бер командаға буйһонғандай, был юлы барыһы ла боролдо. Механик үҙе һүҙ башланы
– Йә, әбей, ни йомош? – тине, мөләйемерәк булырға тырышып.
– Ни йомош, тип ни, балаҡайҙар, торбаға барырға машина яҙҙырырға килгәйнем.
– Ниндәй торба, әбей, аңлатыбыраҡ һөйлә әле.
– Торба тип ни, анау сыйырсыҡ ояһы булһа ла ярай.
– Юҡ, әбей, бер нимә лә аңламайым, ниндәй торба, ниндәй сыйырсыҡ ояһы? – тине механик, түҙемлеген юғалтып.
– Эй, илаһым, бигерәк донъянан артта ҡала башлағанһығыҙ икән, балаҡайҙар. Ана, яңыраҡ күршем Ғилминиса, машина яҙҙырып алып, утынға барғайны. Барғайны тип, үҙе бармаған. “Әбей, һин йөрөмә, үҙем генә алып ҡайтам”, – тигән шофер егет. Ғилминиса уны-быны уйлап тормаған: “Эй, балаҡайым, ағас урынына ниндәйҙер торбалар тейәп ҡайтҡанһың бит, бер үк кире алып китә күр инде”, – тигән. “Борсолма, әбей, күрше малайҙарға сыйырсыҡ ояһына бирерһең”, – тигән шофер егет, шаяртып.
Бибинур әбей, шул урында туҡтай биреп, кет-кет көлөп алды. Һәр береһе эшкә барырға ашыҡһа ла, оло кешенең һүҙен бүлдерергә баҙнат итмәне.
– Ғилминиса әбей “миңә торба алып ҡайттылар” тип кешеләргә һөйләп йөрөгән. Шунан күп тә үтмәй, әллә ниндәй кешеләр килеп йөҙәтә: “Әбей, ҡайҙа торбаларың? Беҙ – һыу үткәреүселәр, торба эҙләйбеҙ, һеҙҙә бар тип ишеттек”. Күрһәткән ти тегеләргә торбаларын. “Эй, әбекәй, былар бит торба түгел, эсе сереп ҡойолған ағас”, – тип көлөп сығып киткәндәр.
Ғилминиса әбейҙең “торбалары” әрәм булмаған, күрше малайҙары сыйырсыҡ ояһына киҫеп алып бөткән. Хәҙер урамыбыҙҙа сыйырсыҡ оялары күҙгә күренеп артты. Бына шулай, балаҡайҙарым, машина яҙып биргәндә, торбаға тип түгел, ә утынға тип яҙа күр инде... – тине Бибинур әбей.
Авторы билдәһеҙ.