-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
29 Сентябрь 2023, 13:54

Өйҙә ултыр

Минзар өйөндә бер көн ултыра, түҙә әле. Икенсе көн ултыра, сыҙарлыҡ. Ултыра инде бисара, нишләһен, ултырырға ҡушалар бит, ана, өҫтән. Ә беҙҙең халыҡ күндәм, ни ҡушһалар ҙа, үтәп өйрәнгән.

Өйҙә ултыр
Өйҙә ултыр

Утыҙ йылдан ашыу иңгә-иң терәшеп бергә йәшәгән ҡатыны үлгәндән һуң, ике-өс бисә алып ҡараһа ла уңмаған Минзар ҡушаматлы Миңлезариф эшкә бармай өйөндә ултыра икән. Ҡайҙа барһын, карантин бит, сығып йөрөргә ярамай. Ана, телевизорҙан да әйләнгән һайын өйҙә ултырығыҙ, өйҙә ултырығыҙ, тип лыҡылдап ҡына торалар. Радионы асһаң да, шул бер үк балыҡ башы: өйҙә ултырығыҙ, өйҙә ултырығыҙ.

Минзар өйөндә бер көн ултыра, түҙә әле. Икенсе көн ултыра, сыҙарлыҡ. Ултыра инде бисара, нишләһен, ултырырға ҡушалар бит, ана, өҫтән. Ә беҙҙең халыҡ күндәм, ни ҡушһалар ҙа, үтәп өйрәнгән.

Өсөнсө көнөнә еп өҙөрлөк тә хәле ҡалмаған, күҙенең ағы әйләнә башлаған Зариф уйға ҡала. Туҡта, нишләп ултырам һуң әле мин, барыбер берәү ҙә күрмәй ҙә баһа. Тағы берәй көн былай ултырһам, ғәрипкә әйләнәм бит, бөкөрөм сығасаҡ, геморрой заработаю, Хоҙайым шомлоғо. Былай ҙа ултырып булмай башланы хәҙер. Осаларым сейләнеп бөттө, билем ҡатты, аяҡтарым таяҡҡа әйләнделәр.

Ә уның һайын зәңгәр экрандарҙан да, радионан да, хатта смартфондан да бер үк хәбәрҙе ҡабатлауҙарын беләләр: ӨЙҘӘ УЛТЫРЫҒЫҘ!

Әй, ни булһа ла булыр, тотоп атмаҫтар әле. Барыбер берәү ҙә күрмәй бит тип, дүртенсе көндө диванына барып ауа нәкәнис Минзар.

Ай, рәхәт икән дә ятыуҙары, хөрриәәәәт! Нишләп ултырғанмындыр мин дүррррәк, кеше ҡуян ҡыуа, тип.

Йонсоған, хәлһеҙләнгән ир татлы йоҡоға тала)))

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.

Автор:
Читайте нас: