-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
2 Июль , 12:57

Аҡылға ултырҙым

Аптыраным, ниндәй шағир булайым, ти мин? Дуҫым ҡытҡылдап көлдө лә: “серен” аңлатты. 

Аҡылға ултырҙым
Аҡылға ултырҙым
“Һаумыһығыҙ, Шәһит ағай, хәлдәрегеҙ нисек? Һәйбәт булғас, яҡшы тигән һүҙ инде ул. Бына китапханаға барҙым әле. Ниңә тиһеңме? Юлдарыбыҙ бер яҡҡа икән, һөйләйем улайһа, тыңла. Эстәрем дә бушап китер”.
... Әрмегә китәһе йылым ине. Һабантуйҙа йөрөйөм. Класташымды осраттым. Төҫкә-башҡа ҡойоп ҡуйған сибәркәйҙе ҡултыҡлаған үҙе. Һөйләшеп киттек. Ҡыҙҙар эргәһендә һынатырға яраймы һуң – белгәндәремде теҙәм генә, яҙыусылар, артистарҙың исемдәрен ҡыҫтырам, телгә шиғри юлдар ҙа килә.
– Әллә һеҙ шағирмы? – тине ҡыҙ.
Аптыраным, ниндәй шағир булайым, ти мин? Дуҫым ҡытҡылдап көлдө лә: “серен” аңлатты:
– Һинең һүҙҙәрең артыҡ китапса, – тине ул, – хәҙерге заман ҡыҙҙары бына минең кеүек һөйләшкәндәр менән нығыраҡ “супылдашалар” аты-юлы менән, “беҙҙеңсә” аңлатыуҙы хуп күрәләр.
Дуҫымдың был кәңәшен мин әле морон ғына төртөп килеүсе мыйығыма сорнап та ҡуйҙым һәм хәрби хеҙмәтемде “беҙҙеңсә” һөйләшергә өйрәнеүгә арнаным, офицерҙар ҙа, прапорщиктар ҙа практик “ярҙам” күрһәтте. Сөнки уларҙың һөйләме, башлыса, гел “беҙҙеңсә” һүҙҙәрҙән генә тора ине. Ҡыҫҡаһы, тыуған яҡҡа шаҡтай шымарып ҡайттым.
Ул сибәркәй менән тағы осраштыҡ.
– Оһо-о, кемде күрәм мин, иҫәнме, шағир! – тип күреште ул минең менән.
Шул ҡәҙәр ҙә мөләйем йылмайып ҡаршымда баҫып тора, әйтерһең дә, миллионер менән танышырға иҫәп тота.
– Йә, осрашыу хөрмәтенә һөйләп ебәр инде, булмаһа, берәй шиғырыңды.
Эстән генә, ҡармағыңа эләктерә алмаҫһың, һеҙҙең менән нисек һөйләшергә беләбеҙ. Бөтә оҫталығымды йыйҙым да, кемлегемде күрһәттем уға.
Әле генә май ҡояшылай балҡыған ҡыҙым, “беҙҙеңсә” сәләмемде ишеткәс, тамыры сабылған гөлдәй һулып ҡалды. Бер килке тынһыҙ торҙо, улай ҙа үҙен-үҙе ҡулға алды.
–Шиғырыңды икенсе ваҡыт уҡырһың, әйҙә, урап киләбеҙ, – тип ҡултыҡлап алды.
Һалдаттан ҡайтҡан саҡ, оҙаҡ уйлап торманым, тоттом да өйләндем мин ул ҡыҙға. Зарланмайым, хәләл ефетем бик уңған.
Тик бына бер яғы ғына бар, теге “беҙҙеңсә”гә теше-тырнағы менән ҡаршы. Ҡыҙҙар боҙолдо тигән һүҙҙәр дөрөҫ түгел икән. Һәр хәлдә, ҡатыным тупаҫ һүҙҙәрҙе яратмай. Кейәүгә сыҡҡанда ла берҙән-бер шарты шул булды. Ташлайһың “беҙҙең сәләреңде”, тине.
Бына шулай, яңынан тел өйрәнә башланым. Төшөнгәнһегеҙҙер инде, Шәһит ағай, китапханаға туған тел түңәрәгенә барыуым. Бер айҙан Гөлкәйемә имтихан тотаһым бар. Хәйер, Гөлкәй ҡушһа, туған тел генә түгел, һинд телен дә өйрәнергә әҙермен. Ни өсөн тигәндә, йәнекәйем һинд кинолары ҡарарға ярата. Ысынлап, һис ялған түгел.
Шулай итеп, аҡылға ултырҙым, әҙәби китаптар уҡыйым, шиғриәт, ысын халыҡ ауыҙ-тел ижады менән ҡыҙыҡһынам.
Илбарис СӘЛИМХАН.
Тирмән ауылы.
Автор:
Читайте нас: