+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
3 Июль , 14:00

Сәскәләр һәм алҡыштар

Сираттағы уңышһыҙ сығышынан һуң йырсы Фәнзилә Хәтмуллина, филармониянан сығыу менән, үҙен ҡаршы алырға килгән иренә ташланды: «Эшкинмәгән! Шунда сәскә лә ойоштора алманың!» Ҡатыны ни әйтһә, шуны һис һүҙһеҙ үтәп өйрәнгән Ғәлим: «Эштә һуңлабыраҡ кителде», – тип аҡланды. Әммә Фәнзилә тынысланырға уйламаны ла, ирен әрләүен өйгә ҡайтҡас та дауам итте.

Сәскәләр һәм алҡыштар
Сәскәләр һәм алҡыштар

Сираттағы уңышһыҙ сығышынан һуң йырсы Фәнзилә Хәтмуллина, филармониянан сығыу менән, үҙен ҡаршы алырға килгән иренә ташланды: «Эшкинмәгән! Шунда сәскә лә ойоштора алманың!» Ҡатыны ни әйтһә, шуны һис һүҙһеҙ үтәп өйрәнгән Ғәлим: «Эштә һуңлабыраҡ кителде», – тип аҡланды. Әммә Фәнзилә тынысланырға уйламаны ла, ирен әрләүен өйгә ҡайтҡас та дауам итте. «Эштән һуңлап сыҡҡан, имеш, берәү. Бөгөн минең филармонияла сығыш икәнен уйламаныңмы ни? Әллә йырым насар ине, ҡул сабыуҙар шыйыҡ ҡына булды. Етмәһә, залда ҙур түрәләр ултырҙы. Ғәрлек! Әгәр һин, башың етеп, залдан бер нисә кешенән сәскә бирҙерһәң, әлбиттә, ҡул сапмай саралары юҡ. Иғтибар бит, тамашасыны йәнләндереп ебәрә. Артистың да баһаһы күтәрелә. Ә һинең, туңбаш, шуға ла башың етмәй. Нимә, мин әллә анау Хәниф Сәйфуллиндан кәмме?»

Хәниф Сәйфуллин Өфөләге концертында сығыш яһағанда үҙенә гел сәскә ойоштора. Иң тәүҙә ҡатыны Сәлиә ҙур гөлләмә тотоп, туйтаңлап сәхнәгә килеп менә, ирен башта шапылдатып үбеп ала, әллә нимә тип ҡолағына шыбырлай. Шунан, етәкләшеп, икәүләшеп тағы халыҡҡа баш эйәләр. Әйтерһең дә Хәниф урынына Сәлиә үҙе йырлаған. Хайран ҡалырлыҡ! Шунан бер-бер артлы балалары, күршеләре, туған-тумасаһы менә. Сәскәгә күмәләр инде! Залда алҡышлайҙар, әлбиттә. Халыҡ бит, ул сәскәләрҙе Хәниф үҙе һатып алған тип уйламай.

– Мәскәүҙән һеҙҙе комиссия килеп ҡарағанда, мин дә һиңә сәскә ойошторҙом бит, – тине Ғәлим. – Хатта оятҡа ҡалып бөттөм.

Мәскәүҙән килгән махсус комиссия, бер нисә йыл һайын килеп, артистарҙың эшенә, һәләтенә баһа биреп китә. Уларға филармония етәкселеге алдан исемлек биреп ҡуя. Ул исемлектә кемдең эш хаҡын арттырырға, кемделер, киреһенсә ҡыуырға тип, билдәләнгән була. Артистар, әлбиттә, комиссияға кемуҙарҙан яҡшыраҡ, матурыраҡ күренергә тырыша.

Бисәһе ҡушҡас, Ғәлим дә унлап сәскә гөлләмәһе һатып алды. Концерт башланыр алдынан бер нисә тамашасыға: «Мотлаҡ Фәнзилә Хәтмуллинаға бирегеҙ», – тип өләшеп сыҡты. Өҫтәүенә, һәр береһенә бишәр йөҙ һум аҡса ла бирҙе. Бына концерт башланды. Урталағы рәттә комиссия ағзалары ултыра. Алып барыусы: «Ҡаршы алығыҙ! Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнзилә Хәтмуллина йырлай», тип иғлан итте. Сәхнәгә тутыйғош кеүек кейенгән, ялтыр-йолтор биҙәүестәр таҡҡан Фәнзилә сыҡты. Программа буйынса биш йыр йырларға тейеш ине. Беренсе йырын йырлап бөттө лә, тамашасыға баш эйҙе. Залдан унлаған кеше дәррәү менеп, Фәнзиләгә сәскәләрен бирергә ашыҡты. Сәхнә артында торған Ғәлим сығып, ҡатынынан сәскәләрҙе алды ла, йүгереп тигәндәй фойе яғынан тамаша залына китте. Гөлләмәләрен шул уҡ кешеләргә таратты. Аҡса биреп ҡыҙыҡһындырғас, тегеләре, инәлтеп тормай икенсе йыр бөткәс тә һөрлөгөшөп сәхнәгә менеп, шул уҡ гөлләмәләрҙе Фәнзиләгә тапшырҙы.

Был хәл өсөнсө, дүртенсе, бишенсе йыр бөткәс тә ҡабатланды. Тегеләй-былай һелкетеп йөрөтә торғас, гөлләмәләрҙең сәскәләре ҡойолоп, һеперткегә оҡшай башланы. Залдағы тамашасылар, сәхнәгә бер үк кешеләрҙең ҡабат-ҡабат шул уҡ сәскәләрҙе биргәнен күреп, туҡтай алмай көлөргә тотондо. Хатта көлкө оҫтаһы Сәлим Сөләймәнов та ул тиклем көлдөрә алмағандыр.

Бына шул хәлде тағы иҫенә төшөрҙө Ғәлим. Үҙенең бөтә уңышһыҙлыҡтарында ирен ғәйепләгән Фәнзилә, ниһайәт, тыныслана төштө. Корвалол эсеп, ятып торғайны, хырылдап йоҡлап та китте.

«Йәш ваҡытындағы кеүек ит комбинатында ғына эшләп йөрөһә, бәлки, һәйбәтерәк булыр ине, йән көйөгө», тип уйланды Ғәлим. Фәнзиләһе йырсы булам тигәс, сәнғәт училищеһында уҡып сығырға ла, филармонияға эшкә урынлашырға ла, маҡтаулы исем алырға ла ярҙам итте. Тегеһе ҡәҙерен генә белмәй.

Йәмле йәй айҙары еткәс, Фәнзиләләрҙең төркөмө райондарға гастролгә сыҡты. Ауыл тамашасыһы артистарҙың һәр сығышына ихлас алҡышланы. Баҡсаларында үҫкән матур сәскәләрҙе бүләк итте. Фәнзилә клубтан сыҡҡас та, бүләк иткән сәскәләрҙе атып бәрҙе. Концерттан сығып барған кешеләр уның: «Үлән йыйып ултырырға мин кәзәме ни!» тигән һүҙҙәрен ишетеп ҡалды.

Харис ШӘРИПОВ

Автор:
Читайте нас: