-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
6 Июль , 15:00

Һөйәркәң бармы?

- Юҡ менән башыңды ҡатырма. Бер һине генә яратҡанымды беләһең дә. Әллә миңә ышанмайһыңмы?

Һөйәркәң бармы?
Һөйәркәң бармы?

- Рәшит, - тине ҡатыным мин эштән ҡайтып, телевизор ҡарарға ултырғас. - Һинең һөйәркәң бармы?

- Ҡайҙан алдың уны? - тинем тамам аптырап. - Эштән ваҡытында ҡайтам, кис өйҙә ултырам.

- Шулай ҙа, - ти был, - дөрөҫөн генә әйт әле?

- Һин нимә? Ундай уйҙар башыңа ҡайҙан килә?

- Аптырамаҫ ерҙән аптырарһың, бөтәһенеке лә бар, ә һинеке юҡ, имеш.

- Юҡ менән башыңды ҡатырма. Бер һине генә яратҡанымды беләһең дә. Әллә миңә ышанмайһыңмы?

- Ышанауын ышанам, - ти ҡатыным күңелһеҙ генә. Ышанмағаны күренеп тора ине.

- Ярар, әйтһәм әйтәйем, - тип алдарға уйланым. - Минең дә бар һөйәркә. Кешенән ҡайһы ерем кәм!

- Дөрөҫме? Ә кем?

- Исеме нисек һуң әле?.. Әәә, Венера.

- Ҡайһы Венера? - ҡапыл һораны ул.- Арт-һынын уйнатып урамдан үтеп йөрөгән Венерамы?

- Ул. Точны.

- Ахх, ул стерваны! - тип ҡысҡырҙы ҡатыным. - Ахх, һин ҡарт ишәк, тапҡанһың кемде?!

- Әййй...Үҙең теләгәйнең бит, - тим, бөтөнләй аптырап.

- Нимәне теләгәйнем?

- Минең һөйәркәм булыуын.

Ҡатыным, йүгереп барып серванттан бер сынаяҡ алды ла, иҙәнгә бәрҙе. Уның артынан икенсеһе осто. Эштәр былай барһа, өйҙә бер әйберҙә ҡалмаясаҡ.

- Һөйөклөм, - тинем эште яйға һалырға уйлап, - тағы берәү бар минең һөйәркәм. Әйтһәм әйтәйем инде.

- Кем ул? - өҫкә күтәрелгән ҡул, сынаяҡ менән ҡуша яйлап ҡына, аҫҡа төштө. - Кем ул?

- Киноактриса, - тип алдайым мин, - Наталия Орейро! Ҡатыным сынаяҡты һаҡ ҡына сервантҡа ҡуйҙы.

- Бына быныһы- икенсе эш. Әтеү Венера, имеш. Яйлап ҡына мине ҡосаҡлап алды һәм бышылдап ҡына һораны:

- Шулай ҙа мине нығыраҡ яратаһың, ивет.

- Кәнишнә, - тип килешәм. - Орейро һинең менән сағыштырғанда - пуссстәк.

Ҡатыным сикәмдән "әп" итте лә кухняға инеп китте.

- Рәшит, Рәшит, - тигән тауыш ишетелә кухнянан, бер аҙҙан һуң. - Минең дә һөйәрем бар. Әллә ҡасан ук әйтергә уйлап йөрөй инем.

- Кееем? - нәҫел үгеҙендәй үкерҙем. Дивандан ырғып торҙом. - Кем

- Кем тиҙәр әле уны?.. Чак Норрис.

- Саҡ Нурис? Ниндәй Саҡ Нурис тағы? Иллеһе үтеп китһә лә өйләнмәй, Суғын көтөп йөрөгән Нурисламмы? Саҡ Нурис ҡушаматлы?

- Түгел, - ҡатынымдың кухнянан башы күренде.

- Әллә эштә бер бүлмәлә бергә ултырған, кем әле?

- Вәли Кәлиевич, беҙҙең завотдел.

- Нимә?! - тип ҡысҡырҙым. - Ниндәй Вәли Кәлиевич, тағы. Әллә һиңә бер Саҡ Нурис етмәйме?

Мин йүгереп барып сервантты ауҙара һуҡтым. Каратэ алымы менән...

Сәлих Ваһапов, Ейәнсура районы Байыш ауылы

Автор:
Читайте нас: