Кәбир менән Хәбир күрше үҫтеләр, бер синыфта уҡынылар. Армияла йөрөп ҡайттылар, бер-бер артлы өйләнделәр, тәүге балалары ла бер йылда тыуҙы.
Кәбирҙең уҫаҡтан ҙур йорт күтәргәнен уфтанып күҙәткән Хәбир, кредитҡа батып булһа ла, Бөрйән яғынан шығырҙап торған ҡарағай бура ҡайтартты. Бер аҙ ҡара янып йөрөнө лә Кәбир, тиҙҙән ҙур мунса күтәреп, уны өс бүлмәле итте. Береһендә йыуынырға, икенсеһендә кейенеп сисенергә, өсөнсөһөндә диванға ҡырын ятып һыра һемерергә ине уйы. Һуңғы осорҙа ҡан баҫымы күтәрелеүҙән ныҡ интегә башлаған Хәбир экскаватор яллап оло баҡсаһының арғы осона быуа ҡаҙҙырҙы, хатта шунда балыҡ ебәрҙе. Йәйге эҫе көндәрҙә, быуаһына сумып сыҡҡас, уның тарафтарына күралмаусан ҡараштарын ташлай-ташлай йөрәген бер туҡтауһыҙ ыуғылаған күршеһе алдында ата ҡаҙҙай маһайып йөрөү күңеленә әйтеп бөткөһөҙ рәхәтлек бирә ине.
Кәбир бер мәл һыйырҙарын арттырырға булып китте. Тырыша торғас, уларҙың һанын унауға еткерҙе, артҡан һөттө көн һайын эргәләге май заводына тапшырҙы, ит һатыуҙан да тора-бара байтаҡ аҡса эшләй башланы. Уның ихатаһында бер көндө пәйҙа булған өр-яңы “Газель”де күреп, Хәбир һулҡылдап илап алды. Күп тә үтмәй, һарайын ҙурайтып һалды ла йәнә кредитҡа батып аттар һатып алды. Биш йылда уларҙың һанын иллегә еткерҙе, элек бөтә ауыл көтөүе йөрөгән яландың яртыһынан күберәген ниндәйҙер мөғжизә менән үҙенең биләмәһе итте һәм уны кәртәләп алды.
Кәбир балалыҡ дуҫынан быны һис көтмәгәйне. Шаңҡыған балыҡтай бер аҙ йөрөгәс, һыйырҙарының көтөүҙән ярым ас ҡайтыуын күтәрә алмай, ауыл халҡының дөйөм көтөүлегенең ҡалған өлөшөн үҙенеке итергә тырышып, тейешле ҡағыҙҙар юллай башланы. Тик Хәбирҙең ит эшкәртеү цехы асырға йыйынғанын ишеткәс, йөрәге сыҙаманы, кистән һап-һау кеше, хәйер, синыфташтар инде алтмышты ваҡлай ине, иртән уянманы ла ҡуйҙы.
Мәрхүмде ерләргә ҙур илдең төрлө ҡалаларында йәшәгән балалары ҡайтып төштө. Ҡәберҙе лә үҙҙәре ҡаҙҙы, сөнки ауылда көрәк тоторлоҡ ир-егеттәр юҡ ине, Кәбир менән Хәбирҙән йәшерәктәрҙән берәү ҙә тыуған төйәктәрендә йәшәргә ҡалмағайны.
Бер аҙҙан мәрхүмдең ҡәбере өҫтөнә исем-шәрифе яҙылған таш ҡуйҙылар. Быны ихатаһынан күреп торған Хәбир кисен зыярат яғына барып ҡайтырға булды, отпускыға ҡайтып төшкән өлкән улын да эйәртте.
- Минең менән ул-был була ҡалһа, анауында, ҡалҡыуыраҡ урынға ҡуйырһығыҙ, - тип ҡуйҙы Хәбир ҡарт, күршеһенең ҡәбере янында бер аҙ уйланып торғас. Унан ҡабаланып өҫтәп ҡуйҙы. – Бынан ҙурыраҡ таш ҡуйырһығыҙ, мәрмәрҙән булһын!
Улы өндәшмәне, башын ҡағып ҡына ҡуйҙы.
Марат ӘМИНЕВ.